Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАМЫШЕВ Йософ Ибраһим улы

Просмотров: 854

ҠАРАМЫШЕВ Йософ (Мөхәмәтйософ) Ибраһим улы [1825, Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — ?], кантон башлығы, ғәскәри старшина (1859). Коканд походтарында (1852, 1853) ҡатнаша. Ҡарамышевтар нәҫеленән. 1851 й. 8‑се башҡ. кантоны башлығы, 1852 й. алып Башҡорт- мишәр ғәскәре командующийы канцелярияһында столоначальник ярҙамсыһы. 1856 й. апр. башлап һәм 1859 й. алып 27‑се башҡ. кантонында хеҙмәт итә, 1856 й. окт. — Һырдаръя сик һыҙығының Перовский фортында башҡ. командаһы башлығы. 1858 й. башлап 1‑се фортта Һырдаръя ҡырғыҙҙары б‑са Сит ил эштәре министрлығының өлкән чиновник ярҙамсыһы вазифаһын башҡарыусы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. 3‑сө дәрәжә Изге Анна (1853), 3‑сө дәрәжә Изге Станислав (1856) орд., “1853—1856 йй. Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә” миҙалы м‑н бүләкләнгән. Башҡ. халыҡ маршы “Ҡарамышев” (“Йосоп майор”) Ҡ. арналған.

А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: