Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАМЫШЕВТАР

Просмотров: 1490

ҠАРАМЫШЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар а. (Ишембай р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ҡармыш баба (ҡара: Ҡармыш). Билдәлеләре: Байслан Аҡкөбәк улы Ҡ., йорт старшинаһы. Рус-швед һуғышында (178890) ҡатнаша. Ҡылыс м‑н бүләкләнә; Рәхмәтулла Әбделкәрим улы Ҡ. (1804—?), зауряд- хорунжий (1841). 1820 й. башлап 8‑се башҡ. кантонында хеҙмәттә. 1830—31 йй. поляк ихтилалы ваҡытында 4‑се башҡ. полкында, 1840 й. Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы канцелярияһында, 1855 й. алып 27‑се башҡ. кантонында хеҙмәт итә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ; Ғөбәйҙулла Ниғмәтулла улы Ҡ. (1801—?), зауряд-хорунжий (1854). 1821 й. башлап 8‑се башҡ. кантонында хеҙмәттә. 1824 й., 1830 й., 1833 й., 1841 й. Ырымбур сик һыҙығында, 1838 й. Башҡ. уҡыу полкында хәрби хеҙмәт үтәй, 1846—53 йй. йорт старшинаһы, 1855 й. алып 27‑се башҡ. кантонында хеҙмәттә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ; Байслан Аҡкөбәк улы Ҡ. улдарынан айырыуса билдәлеһе Ибраһим Байслан улы Ҡ. (1802—1868), зауряд-сотник (1833). 1819 й. башлап 8‑се башҡ. кантонында хеҙмәттә, 1836 й. — йорт старшинаһы, 1842 й. — кантон башлығы ярҙамсыһы. 1849—52 йй. Башҡ.-мишәр ғәскәренең умартасылыҡ з‑дында күҙәтсе. 1830 й. Ырымбур сик һыҙығында, 1855 й. алып 27‑се башҡ. кантонында хеҙмәттә. Каруанһарайҙы төҙөүҙә ҡатнаша. Уның улдарынан айырыуса билдәлеләре: Йософ (Мөхәмәтйо- соф) Ибраһим улы Ҡ. (ҡара: Й.И.Ҡарамышев); Ғүмәр Ибраһим улы Ҡ. (1836—1915). Неплюев кадет корпусын тамамлаған. Стәрлетамаҡ һәм Ырымбур ҡҡ. полиция идаралығында хеҙмәт итә, һуңыраҡ сауҙа м‑н шөғөлләнә. Әрмет-Рәхим а. мәҙрәсә һалдыра, Көҙән а. (икеһе лә — Стәрлетамаҡ өйәҙе; Ишембай р‑ны) һәм “Рәсүлиә” (Троицк ҡ.) мәҙрәсәләренә аҡсалата ярҙам күрһәтә. Йософ Ибраһим улы Ҡ. улдары: Солтангәрәй Йософ улы Ҡ. (1844—1916), Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар улусы старшинаһы. Неплюев кадет корпусын тамамлаған. Хәрби хеҙмәттә була, артабан сауҙа м‑н шөғөлләнә; Батыргәрәй Йософ улы Ҡ., Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған. Урыҫ-башҡ. уч‑щеларында, һуңыраҡ Маҡарҙа уҡыта. Уның улдарынан айырыуса билдәлеләре: Гәрәй (Мөхәмәтгәрәй) Ба- тыргәрәй улы Ҡ. (ҡара: Г.Б.Ҡарамышев); Әмир Батыргәрәй улы Ҡ. (ҡара: Ә.Б.Ҡарамышев); Мөхтәр Батыргәрәй улы Ҡ. (ҡара: М.Б.Ҡарамышев). Ғ.Х.Ҡарамышев, Т.Ҡарамыш Ҡ. нәҫеленә ҡарай. Ҡ. нәҫеле Өфө губ. дворяндарының нәҫел тарихы китабына теркәлгән.

А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019