Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАНАЙ ҠУРҒАНДАРЫ

Просмотров: 938

ҠАРАНАЙ ҠУРҒАНДАРЫ, 10— 11 бб. археологик ҡомартҡыһы. Мәсетле р‑ны Ҡаранай а. көньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1964 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм 1966 й. өйрәнелә, 2001 й., 2003 й. Ф.А.Сөнғәтов тикшерә. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәргә (диам. 7—23 м, бейеклеге 0,1—0,6 м) ҡарай. 18 ҡурғандан тора, 100‑гә яҡын ҡәбер тикшерелгән. Өйрәнелгән ҡурғандарҙың күбеһендә 1—5 ҡәбер табылған, береһендә — 32. Өйөмдә һәм ҡәбер соҡорҙарында ат һөйәктәре асыҡланған. Ағас табут ҡалдыҡтары, туҙ ҡатламы табылған. Мәйеттәр тура мөйөшлө һәм оҙонса түңәрәк ҡәбер соҡорҙарында салҡан ятҡырып, башы м‑н төньяҡ-көнбайышҡа йәки көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәбергә ҡорал (тимер ҡылыстар, һөңгө остары, һаҙаҡ, торҡа, тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары, йәйә өсөн һөйәк пластинкалар), ат егеү кәрәк-ярағы (тимер ауыҙлыҡтар, өҙәңге) һәм бронза, көмөш тәңкәләр м‑н биҙәлгән бил ҡайыштары, төрлө биҙәүестәр (көмөш беләҙектәр, йоҙаҡ һәм тамсы формаһындағы суҡтар, сымдан яһалған һырғалар, таш ҡашлы йөҙөктәр, быяла муйынсаҡтар) һалынған. Шулай уҡ ағас һауытҡа көпләнгән ғәрәп яҙмалы көмөш пластина, 10 б. саманид тәңкәләре табылған. Ҡомартҡы Көньяҡ Уралға төрки ҡәбиләләр килеп ултырыу процесын сағылдыра. Ҡ.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Ә.Н.Солтанова

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: