Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗЛОБИН Николай Анатольевич

Просмотров: 1068

ЗЛОБИН Николай Анатольевич (16.7.1976, Алма-Ата), разведчик, майор. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2010). 2002—10 йй. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Ҡаҙағстан Респ. Ҡораллы Көстәренең Юғары сик буйы командирҙар уч‑щеһын тамамлаған (Алма‑Ата, 1997). 2002 й. алып РФ ЭЭМ‑ының эске ғәскәрҙәрендә: 2006 й. башлап Волга буйы төбәк командованиеһының ген.‑майор М.М.Шайморатов ис. 29‑сы “Булат” махсус тәғәйенләнешле отрядында (Өфө). Герой исеменә разведка төркөмө нач. З. 2010 й. 4 февр. Чечен Респ. Алхазурово а. янындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була.

Е.А.Смирнов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.11.2019