Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАЗАКОВ Степан Александрович

Просмотров: 1240

КАЗАКОВ Степан Александрович (25.3.1914, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Кесе Яңы Троицкий а., хәҙер БР‑ҙың Мишкә районы Яңы Троицкий а., — 7.12.1964, БАССР‑ҙың Асҡын районы Асҡын а.), Советтар Союзы Геройы (1943). Гвардия өлкән лейтенанты (1944). 1938 й. Хәсән күле янында совет-япон ҡораллы конфликтында, 1939—40 йй. совет-финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнаша. 1936 й. алып Мишкә районының “Комсомол” колхозында эшләй. 1936—39 йй., 1940 й. һәм 1941 й. башлап Ҡыҙыл армияла. 1941 й. июненән Көнбайыш, Дон, Брянск һәм Үҙәк фронттарҙа хеҙмәт итә. Герой исеменә 61‑се армия 77‑се гвардия уҡсылар дивизияһы 156‑сы гвардия артиллерия полкы дивизионының разведка начальнигы гвардия лейтенанты К. 1943 й. 17 һәм 29 сентябрендә Десна һәм Днепр йй. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1944 й. башлап запаста, 1951 й. — Асҡын районында эшләй. Ленин (1943), Ҡыҙыл Байраҡ (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары менән бүләкләнгән. Мишкә районының Мишкә һәм Кесе Нәкәрәк аа., Асҡын районы Асҡын а. урамдарға К. исеме бирелгән. Мишкә а. Мемориаль комплекстың гранит стенаһына уға барельеф, Асҡын а. мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

  Әҙәб.: Н а с ы р о в Ш. Солдатами не рождаются //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023