Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИСЕЛЁВ Геннадий Семёнович

Просмотров: 1050

КИСЕЛЁВ Геннадий Семёнович (1.2.1922, Өфө — 15.5.1979, Омск ҡ.), лётчик, подполковник (1959). Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен (1942), Хәрби‑һауа акад. (Мәскәү өлк. Монино ҡасабаһы, 1952) тамамлаған. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. башлап Сталинград, Дон, Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑cы һауа армияһы 2‑се гвардия штурмлау авиация див. 58‑се гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья ком. урынбаҫары гвардия лейт. К. 110 хәрби осошта (1945 й. февр. ҡарата) күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1959 й. алып запаста. Ленин (1946), Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1944, 1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, ?) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023