КАР Василий Алексеевич
КАР Василий Алексеевич (1730 — 25.2.1806, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. Ген.‑майор (1770). Дворяндарҙан. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта һәм 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын тар‑мар итеүҙә ҡатнашыусы. 1748 й. алып рус армияһында. 1773 й. 14 окт. башлап Е.И.Пугачёвтың Төп ғәскәрен ҡыйратыу өсөн Ҡазандан Ырымбурға йүнәлтелгән экспедиция корпусы (1,7 мең кеше) командующийы [ҡара: Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75)]. 7—9 нояб. Бөгөлмә ведомствоһы Йүзәй а. янында И.Н.Зарубин һәм А.А.Овчинников отрядтары м‑н алышта еңелә, корпусы м‑н Бөгөлмә биҫтәһенә сигенә. Өфө провинцияһы Стәрлетамаҡ пристане эргәһендә башҡорт һәм мишәр командаларының баш күтәреүселәр яғына сығыуы һәм 13 нояб. Ырымбур тирәһендә корпус м‑н ҡушылырға килгән полк. П.М.Чернышёв командаһының ҡыйратылыуы т‑да хәбәр алып, 18 нояб. етәкселекте ген.-майор Ф.Ю.Фрейманға тапшыра һәм С.‑Петербургҡа китә. 1 дек. хеҙмәттән бушатыла. Калуга һәм Мәскәү губ. поместьеларында йәшәй.
Әҙәб.: Анучин Д. Первые успехи Пугачёва и экспедиция Кара: материалы для истории Пугачёвского бунта //Военный сборник. СПб., 1869. Т.67. №6.
Н.М.Ҡолбахтин
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев