Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРОВКО Пётр Михайлович

Просмотров: 975

КРОВКО Пётр Михайлович (19.12.1911, Чернигов губ. Унеча утары — 13.5.1992, Унеча ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943). Майор (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ф.Энгельс ис. Ленинград хәрби-сәйәси уч‑щеһын тамамлаған (1942). 1930 й. алып Унеча т. юл ст. эшләй. 1933—37 йй. һәм 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. Учалы р‑ны Ахун а. эвакуациялана. 1942 й. алып Воронеж, Үҙәк һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 60‑сы армия 30‑сы уҡсылар корпусы 121‑се уҡсылар див. 383‑сө уҡсылар полкының 1‑се батальон парторгы лейт. К. 1943 й. сент. аҙағында Украина ССР‑ы Глебовка а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1946 й. алып К. запаста. Ленин (1943), Ҡыҙыл Байраҡ (1943), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Унеча ҡ. Геройҙар аллеяһында уға һәйкәл ҡуйылған.

 Әҙәб.: Х а з и а х м е т о в  Р. Боевой парторг //Славные сыны Башкирии. Кн.4. Уфа, 1979.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023