Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОЧЕТКОВ Степан Михайлович

Просмотров: 955

КОЧЕТКОВ Степан Михайлович [14.8.1923, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Васильевка а. (БР‑ҙың Мәләүез районы) — 24.9.1984, шунда уҡ), Советтар Союзы Геройы (1943). Кесе лейтенант (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Могилёв пехота училищеһын тамамлаған (1946). 1941 й. алып Мәләүез районының Ергән МТС‑ында эшләй. 1942 й. башлап Совет армияһында. 1942 й. июленән Брянск, Үҙәк, Белоруссия фронтарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 13‑сө армия 6‑сы гвардия уҡсылар дивизияһы 10‑сы гвардия уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры гвардия кесе сержанты К. 1943 й. 29 сентябрендә Украина ССР‑ы Парищев а. янындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1947) 1979 й. тиклем Мәләүез районының “Прибельский” колхозында эшләй (1947—50 йй. рәйесе). Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнгән. К. исеме Мәләүез ҡ. урамға бирелгән, Геройға мемориаль плита, Васильевка а. һәйкәл ҡуйылған.

 Әҙәб.: С о т н и к о в И. От Воронежа до Львова //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: