КОЧЕТОВ Иван Данилович
КОЧЕТОВ Иван Данилович (27.5.1917, Стәрлетамаҡ ҡ. — 15.5.1943, Тверь өлкәһе Градобить а.), лётчик, гвардия өлкән лейтенанты (1942). Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлаған (1938). 1937 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1941 й. башлап Төньяҡ-Көнбайыш фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 6‑сы һауа армияһы 3‑сө гвардия штурмлау авиация дивизияһы 70‑се гвардия штурмлау авиация полкының авиация эскадрильяһы командиры гвардия өлкән лейтенанты К. 462 хәрби осошта (1943 й. майына ҡарата) күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1943), Ҡыҙыл Байраҡ (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942) ордендары менән бүләкләнгән. Стәрлетамаҡ ҡ. урамға К. исеме бирелгән, уға бюст, ул уҡыған мәктәп һәм аэроклуб, эшләгән “Ҡыҙыл пролетарий” ААЙ биналарына, шулай уҡ Новгород өлкәһе Тулебля а. мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.
Әҙәб.: Г а в р и л о в А. Счёт Ивана Кочетова //Славные сыны Башкирии. Кн. 3. Уфа, 1968.
Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон
Тәрж. М.Х.Хужин