Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРАСНОДАР КРАЙЫ

Просмотров: 765

КРАСНОДАР КРАЙЫ, РФ субъекты. Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғында урынлашҡан. Азов, Ҡара диңгеҙ һәм Керчь боғаҙы һыуҙары м‑н йыуыла. Украина, Ростов өлкәһе, Ставрополь крайы, Абхазия, Ҡарасәй‑Черкес Республикаһы м‑н сиктәш. Үҙәге — Краснодар ҡалаһы. 1937 й. 13 сент. ойошторолған. Составында 38 район, 26 ҡала. Көньяҡ федераль округына инә. Майҙаны — 76 мең км2. Халҡы — 5,2 млн кеше, ш. иҫ. 1840 башҡорт (2010). Халыҡтың тығыҙлығы — 68,8 кеше/км2. Халыҡтың 53%-ы ҡалала йәшәй; иң ҙур ҡалалары — Краснодар, Сочи, Новороссийск, Армавир, Ейск, Кропоткин. Милли составы (%): урыҫтар — 86,5, әрмәндәр — 5,4, украиндар — 1,6.

Башҡортостандың К.к. м‑н тарихи бәйләнеше 16 б. уртаһында үҙҙәрен Рус дәүләтенең вассалы итеп танымаған башҡорт ҡәбиләләренең бер өлөшөнөң һәм нуғайҙарҙың Кубань буйына күсеүе т‑да бәйән иткән мең һәм юрматыларҙың шәжәрәләрендә сағылыш тапҡан. 20 б. 30‑сы йй. башлап БАССР‑ға К.к. а.х. машиналары (1930 й. майында — 2 трактор колоннаһы) килтерелә. 1938— 42 йй. БАССР‑ҙан бер төркөм белгес а.х. производствоһының алдынғы тәжрибәһен өйрәнеү өсөн К.к. бара. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында К.к. БАССР‑ға пр‑тиелар, ш. иҫ. Өфөгә Майкоп комб‑тының шыйыҡ кислород з‑ды, Благовещен ҡ. Туапсе ҡ. “Октябрь революцияһына 11 йыл” з‑ды, эвакуацияланған. 1942 й. сент. СССР Оборона Комитеты Ҡарары м‑н нефть сығарыуҙы тиҙләтеү маҡсатында Майкоп ҡ. эшселәр һәм белгестәр килә. БР һәм К.к. араһында сауҙа-иҡт., фәнни‑техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә ҡул ҡуйылған (1999). Крайҙа башҡорттарҙың йәмәғәт берекмәләре эшләй, 1997 й. алып һабантуйҙар үткәрелә. К.к. делегаттары 2‑се һәм 3‑сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)] эшендә ҡатнаша.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019