Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРӘҪТИӘНДӘР ҺУҒЫШЫ (1773—75)

Просмотров: 2267

КРӘҪТИӘНДӘР ҺУҒЫШЫ (1773—75), Пугачёв ихтилалы, 1773—75 йй. Граждандар һуғышы, Рәсәйҙә Урта һәм Түб. Волга, Көньяҡ Урал һәм Көнбайыш Себер халыҡтарының көслө хәрәкәте. Крепостной иҙеүҙең көсәйеүе, илдең көньяҡ-көнсығыш төбәктәрендә йәшәгән халҡының хоҡуҡтарын боҙоу, Башҡортостанды колониялаштырыу сәбәпсе була. Казактар, урыҫ крәҫтиәндәре, башҡорттар, ш. уҡ ҡалмыҡтар, мариҙар, мишәрҙәр, мордвалар, татарҙар, удмурттар, сыуаштар һ.б. ҡатнашҡан. Хәрәкәткә үҙен император Пётр III тип атаған Е.И.Пугачёв етәкселек иткән. Ихтилал етәкселәре өсөн Йәшерен совет (кәңәшмә орган, уға И.Н.Зарубин, Иҙеркәй Баймәков, Кинйә Арыҫланов, Д.С.Лысов, А.А.Овчинников, А.П.Перфильев, Садиҡ Сәйетов, И.А.Творогов, И.П.Федулев, Ф.Ф.Чумаков, М.Г.Шигаев һ.б. ингән) һәм Хәрби коллегия [башҡарма орган, судьяларҙан (Творогов, Шигаев һ.б.), дума дьягынан, секретарҙан (Г.Туманов һ.б.), тәржемәселәрҙән торған] ойошторолған. К.һ. осоронда бер нисә баш күтәреүселәр районы барлыҡҡа килгән: Яйыҡ, йәки Берда (1773 й. нояб. — 1774 й. апр.; үҙәге — Берда биҫтәһе; етәкселәре Пугачёв, Хәрби коллегия һәм Йәшерен совет ағзалары), Өфө (1773 й. нояб. — 1774 й. марты; Чесноковка а.; Зарубин, Ҡасҡын Һамаров һ.б.), Түб. Яйыҡ (1773 й. дек. — 1774 й. майы; Яйыҡ ҡаласығы; Перфильев, М.П.Толкачёв һ.б.), Һамар-Волга (1773 й. дек. — 1774 й. майы; Боғорослан биҫтәһе, Быҙаулыҡ ҡәлғәһе һ.б.; И.Ф.Арапов, Ф.И.Дербетев, Әбдрәшит Айытов һ.б.), Уҫы-Сарапул (1773 й. дек. — 1774 й. июне; Уҫы; Батырҡай Иткинин, П.Вязовов, Әбдей Абдуллов һ.б.), Минзәлә, йәки Түб. Кама (1773 й. дек. — 1774 й. марты; Бикбау, Касево һәм Сарсазар аа.; Ҡаранай Моратов, В.И.Торнов һ.б.), Екатеринбург (1773 й. аҙ. — 1774 й. март уртаһы; Шайтан заводтары, И.Н.Белобородов һ.б.), Исәт [1774 й. ғин.—марты; Златоуст (Косотур) заводы, Ҡыштым заводтары, Силәбе ҡәлғәһе һ.б.; И.Н.Грязнов һ.б.], Красноуфимск-Көңгөр (1774 й. ғин.—окт.; Красноуфимск ҡәлғәһе, Ҡазан губ. Пермь провинцияһы Иҫке Посад а.; Ҡәнзәфәр Усаев, И.С.Кузнецов, Салауат Юлаев һ.б.). Баш күтәреүселәр үҙәктәрендә ҙур ҡораллы формированиелар төҙөлгән: корпус, ғәскәр (армия). Төп ҡораллы формированиелар булып Төп баш күтәреүселәр ғәскәре (25—30 мең кешенән торған), Зарубин (15 меңгә яҡын кеше), Ҡаранай Моратов (12 меңгә яҡын кеше), Салауат Юлаев (5 меңгә яҡын кеше) ғәскәрҙәре иҫәпләнгән. Баш күтәреүсе отрядтар казак ғәскәрҙәренең ойошторолоу принцибына ярашлы төҙөлгән. Полкты (500‑гә яҡын кеше) поход канцелярияһы йәки штабы (яҫауыл, сотник, писарь, тәржемәсе) булған полковник етәкләгән. Был чин тәүҙә үҙе м‑н 500‑ҙән ашыу кеше алып килгән башлыҡҡа Пугачёв тарафынан бирелгән. Баш күтәреүселәр ғәскәре ҙурайған һайын чиндар барлыҡҡа килгән: баш полковник, бригадир, ген., ген.-поручик, ген.-аншеф, ген.-фельдцейхмейстер, ген.-фельдмаршал; был чиндарҙы Хәрби коллегия биргән (ҡара: табл.). Эре баш күтәреүсе формированиелар саҡматашлы ҡорал (фузеялар) һәм пистолет (пистолдәр) м‑н ҡоралланған булған. Рус һәм казак башлыҡтары етәкселек иткән баш күтәреүсе отрядтар регуляр рус армияһы тактикаһын ҡулланған: ялан алышта рында — төп йәйәүле көстәр м‑н ҡапма-ҡаршы барыу һәм флангылағы һыбайлылар м‑н уратып алыу, нығытмаларҙы оҙайлы ҡамауҙа тотоу. Башҡорттарҙың атлы отрядтары дошманға контратакала көтмәгәндә һөжүм итеү һәм тиҙ генә таралыу тактикаһын файҙаланған. Салауат Юлаев һәм Белобородов ике тактиканы ла уңышлы ҡулланған, әүҙем штурм тактикаһын нығытмаларҙа файҙаланған. Ихтилалды баҫтырыуға императрица Екатерина II етәкселек иткән. Хөкүмәт ғәскәрҙәренең хәрәкәтен координациялауҙы граф З.Г.Чернышёв етәкс. Хәрби коллегия алып барған, 1774 й. авг. алып етәкселек граф Г.А.Потёмкинға күсә. Ғәскәр командующийҙары: 14 окт. башлап В.А.Кар, 18 нояб. — Ф.Ю.Фрейман, 29 нояб. — А.И.Бибиков, 1774 й. 8 апр. — Ф.Ф.Щербатов, 8 июлдән — кенәз П.М.Голицын, 29 июлдән — П.И.Панин.

Ихтилал 3 этапҡа бүленә: 1773 й. сент. — 1774 й. апр., 1774 й. апр.— июле, 1774 й. июле — 1775 й. Һуғыштың башланыуы 1773 й. 17 сент. Яйыҡ казактары төркөмөнөң Бударинск форпосынан Яйыҡ ҡаласығына килеүенә бәйле. 27 сент. Пугачёв етәкс. отряд (800‑гә яҡын кеше) Х.Х.Билов командаһын (400‑ҙән ашыу кеше) ҡыйрата һәм штурм м‑н Татищев ҡәлғәһен ала. 5 окт. баш күтәреүселәрҙең көсө м‑н Ырымбур ҡ. блокада башлана (1774 й. 5, 6 окт., 2, 14, 22, 23, 26 нояб., 7, 11 дек., 13 ғин. Ырымбурҙа ҡалған ғәскәр м‑н баш күтәреүселәрҙең алышы була). 6—9 ноябрҙә Бөгөлмә ведомствоһы Йүзәй а. янында Зарубин, Иҙеркәй Баймәков, Ҡотлогилде Абдрахманов, Овчинников, А.Т.Соколов етәкс. ғәскәр (2000‑гә яҡын кеше) Кар етәкселек иткән хөкүмәт ғәскәрҙәрен (1700‑гә яҡын кеше) ҡыйрата. 10 нояб. Бикҡол а. янында баш күтәреүселәр яғына башҡорт-мишәр командаһы (1200 кеше) ҡушыла. 13 нояб. Ырымбур эргәһендә П.М.Чернышёвтың хөкүмәт командаһына (1200‑гә яҡын кеше) һөжүм яһалып, әсиргә алына, уларҙың күпселеге баш күтәреүселәр яғына сыға. Нояб. Өфө (25, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1773 й. 23 дек. һәм 1774 й. 25 ғин. баш күтәреүселәр ҡалаға һөжүм яһай), дек. Минзәлә (23—26‑һында ҡаланы утҡа тотоу һәм штурмлау), 1774 й. ғин. Алабуға һәм Көңгөр, февр. Шадринск һ.б. торама пункттар ҡамауға алына. Баш күтәреүселәр тарафынан нояб. — Баҡалы, Бор, Быҙаулыҡ, Ильинск, Нуғайбәк, Табын ҡәлғәләре, дек. — Зәй, Уҫы, Һамар, Сарапул, Сыбаркүл ҡәлғәләре, Яйыҡ ҡаласығы, 1774 й. ғин. — Гурьев ҡаласығы, Йәлдәк ҡәлғәһе, Көсөгән һәм Красноуфимск ҡәлғәләре, Ставрополь, февр. Илек һаҡлауы, Силәбе ҡәлғәһе, Ырымбур губ. бик күп тау заводтары баҫып алынған. Ихтилал ваҡытында баш күтәреүселәргә Архангел баҡыр иретеү заводы, Архангел (Шаран) заводы, Белембай заводы, Белорет заводы, Бемыш заводы, Богоявленск заводы, Варзы- Алексеевка заводы, Верхотор заводы, Вознесенка (Ырғыҙлы) заводы, Воскресенка заводы, Златоуст (Косотур), Иштирәк заводы, Камбар заводы, Ҡананикольск заводы, Ҡыштым, Наҙы-Петровск заводы, Никольск заводы, Преображенск заводы, Рәүҙе заводы, Түб. Ирген (ҡара: Ирген заводтары), Түбәнге Троицк заводы, Үрге Троицк заводы, Һатҡы заводы, Шайтан, Әүжән-Петровск заводтары һ.б. заводтар халҡы (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре, Мастеровой һәм эшсе кешеләр) ҡушылған. Баҫып алынған ауылдарҙа ҡорал һәм аҡса конфискацияланған, идара итеүҙең һайлау органдары ойошторолған, баш күтәреүселәр отрядтары төҙөлгән. Баш күтәреүселәр армияһын ҡорал һәм аҙыҡ-түлек м‑н тәьмин итеү яйға һалынған. Нояб. алып баш күтәреүселәр м‑н көрәшеү өсөн Рәсәй империяһының көнбайыш губерналарынан хөкүмәт ғәскәрен оҙатыу башланған. 1774 й. башында Исәт провинцияһында И.А.Деколонг етәкс. хөкүмәт ғәскәре тупланған. Ғин. аҙағында Г.П.Кардашевский һәм С.В.Неклюдов командалары м‑н алыштан һуң баш күтәреүселәр Алабуғаны ҡамауҙан ысҡындырған, Д.О.Гагрин командаһы м‑н алыштан һуң — Көңгөр ҡамауын. Февр. аҙ. — апр. башында Силәбе ҡәлғәһе янындағы Гагрин һәм Г.Эртман командалары м‑н һуғышта баш күтәреүселәр еңелгән. 3 һәм 10 мартта Сарапул янында Вязовов һәм Салауат Юлаев отрядтарының А.Ф.Обернибесов етәкс. хөкүмәт ғәскәре, 13 мартта Баҡалы ҡәлғәһе һәм 14 мартта Красноуфимск ҡәлғәһе янында Торнов отрядының Н.Н.Кожин командаһы, 17 мартта Боғалыш а. янында Салауат Юлаев ғәскәре А.В.Папав командаһы м‑н алыштан һуң баш күтәреүселәр был райондарҙан сигенгән. 22 мартта Татищев ҡәлғәһе янында һәм 1 апр. Һаҡмар ҡаласығы эргәһендә Голицын етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре м‑н һуғышта Пугачёвтың Төп ғәскәре ҡыйратылған. 25, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 24 мартта Өфө янында Зарубиндың баш күтәреүселәр ғәскәре И.И.Михельсондың хөкүмәт ғәскәре тарафынан тар-мар ителгән.

1774 й. апр. башында Пугачёв етәкс. Төп ғәскәрҙең ҡалған өлөшө (500‑гә яҡын кеше) Башҡортостандың көнсығышына сигенгән, унда яңы ғәскәр йыйылған. Көньяғында — Ҡасҡын Һамаров, Ҡотлогилде Абдрахманов, Һеләүһен Кинйин һ.б., Стәрлетамаҡ пристане тирәһендә Ҡаранай Моратов етәкс. отрядтар хөкүмәт ғәскәрҙәре м‑н һуғыш алып барған. Майҙа Төп ғәскәр тарафынан Магнит, Петропавловск, Степной һәм Троицк ҡәлғәләре, һөйләшеүҙәрҙән һуң Ҡарағай ҡәлғәһе алынған. 21 майҙа Троицк ҡәлғәһе янында Деколонг етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре, 23, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 22 майҙа Лягушино а. эргәһендә Михельсон ғәскәре м‑н алышта Төп ғәскәр еңелгән. 5 июндә Стәрлетамаҡ при- стане янында Голицын етәкс. хөкүмәт ғәскәре м‑н Нуғай даруғаһы башҡорттарының йыйылма отряды араһында алыш булған. 3 июндә Үрге Ҡыйғы янында һәм 5 июндә Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы Ураҙмәт а. эргәһендә Төп ғәскәр Михельсондың хөкүмәт ғәскәре м‑н, 11 июндә Папав ғәскәре м‑н Әшит ҡәлғәһе янында һуғышҡан. 20 июндә, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 21 июндә баш күтәреүселәр Уҫыла нығынған, 12 июлдә штурм м‑н Ҡазанды алған. 15 июлдә Ҡазан янында Михельсон ғәскәре м‑н барған алышта Төп ғәскәр ҡыйратылған. Пугачёв һәм уның юлдаштары тиҙ арала йыйған Төп ғәскәр 20 июлдә Ҡурмыш ҡ., 27 июлдә Саранск ҡ., 2 авг. Пенза ҡ., 6 авг. Һарытауҙы һ.б. торама пункттарҙы алған, Царицын ҡ. штурм м‑н алырға теләгән. Баш күтәреүселәргә Дон казактары һәм ҡалмыҡтар ҡушылған. Авг. ихтилалды баҫтырыу өсөн Дунай армияһынан А.В.Суворов ебәрелгән. 25 авг. Ҡара Яр ҡ. янында (Солеников ватагаһы тирәһе) Төп ғәскәр Михельсон- дың хөкүмәт ғәскәренән тамам еңелгән. Сент. Пугачёв шымсылар тарафынан тотолған һәм Яйыҡ ҡаласығы янында хөкүмәт ғәскәренә тапшырылған. Башҡортостанда ихтилалдар дауам иткән. Июль—авг. Ҡасҡын Һамаров отряды Нуғай даруғаһында, Баҙарғол Юнаев һәм Юламан Ҡушаев отрядтары Исәт провинцияһында һуғышҡан, Ҡәнзәфәр Усаев һәм Салауат Юлаев ғәскәрҙәре Өфөнө алырға тырышҡан. Ырымбур губ. ҙур хәрби көс йүнәлтелгән. 30 авг. Мүзәк а. янында Айыт Сәйетовтың, Баҡый Туйкиевтың, Йәрмөхәммәт Ҡәҙермәтовтың йыйылма отряды, 4 сент. Әмзә й. буйында И.Г.Штерич м‑н Салауат Юлаев ғәскәре, 18 һәм 22 сент. Нөркә а. һәм Йәлдәк ҡәлғәһе янында И.К.Рылеев етәкс. хөкүмәт ғәскәре, 22 нояб. Ҡытау-Ивановка заводы янында Фрейман ғәскәре м‑н һуғыш булған. 1775 й. йәйенә ихтилал урыны м‑н тамам баҫтырылған. Баш күтәреүселәрҙе тикшереү һәм суд алып барыу м‑н Сенаттың Йәшерен экспедицияһы, махсус төҙөлгән Ҡазан йәшерен комиссияһы, Ырымбур йәшерен комиссияһы, Яйыҡ йәшерен комиссияһы шөғөлләнгән. 10 меңдән ашыу кешегә тикшереү булып, суд ҡарары сығарылған. 1774 й. Көңгөрҙә — Собханғол Килтәков, М.Е.Мальцев, Ырым- бурҙа — Соколов, Мәскәүҙә — Белобородов, Өфөлә — И.В.Губанов, 1775 й. Мәскәүҙә — Пугачёв, Т.И.Падуров, Перфильев, Торнов, Шигаев, Өфөлә Зарубин һ.б. язалап үлтерелгән. Ҡәнзәфәр Усаев, Салауат Юлаев, И.И.Ульянов, Юлай Аҙналин һ.б. һөргөнгә ебәрелгән, Әбдесәләм Рамзин, Яҡуп Теләүембәтов һ.б. ғүмерлеккә һалдатҡа алынған. Күп баш күтәреүселәр тикшереү барғанда язалауҙарҙан һәм ауыр йәшәү шарттарынан үлгән. Ихтилал ваҡытында ун меңләгән кеше вафат булған, Воронеж, Ҡазан, Түб. Новгород, Ырымбур, Себер һәм Әстерхан губ. иҡтисадына ҙур зыян килтерелгән.

Әҙәб.: Крестьянская война в России в 1773—1775 гг.: восстание Пугачёва: в 3 т. Л., 1961—1970; Андрущенко А.И. Крестьянская война 1773—1775 гг. на Яике, в Приуралье, на Урале и в Сибири. М., 1969; Кулбахтин Н.М. Участие башкирского народа в Крестьянской войне 1773—1775 гг. Уфа, 1984; шул уҡ. Башкирские вожди Крестьянской войны 1773—1775 годов. Ч.1. Уфа, 2005.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. И.М.Аҡъюлов

Карталар: Крәҫтиәндәр һуғышы (1773 й. сент. — 1774 й. февр.);

Крәҫтиәндәр һуғышы (1774 й. марты — 1775 й.)

1773—75 йй. Крәҫтиәндәр һуғышында Ырымбур губернаһы баш күтәреүселәренең төп команда составы ٭

 

Исеме

Дәрәжәһе

Ҡайһы милләткә һәм ҡатламға ҡараған

Абдулла Мостаев

полк.

типтәр

Абдулла Туҡтаров

полк.

яһаҡлы татар

Айыт Сәйетов

полк.

башҡорт

Айыт Ураҙмәтов

полк.

яһаҡлы татар

Аҡмырҙа Лайышев

полк.

башҡорт

Андреев

полк.

дәүләт крәҫтиәне

Антипов Я.С.

полк.

Яйыҡ казагы

Арыҫлан Ранғолов

полк.

башҡорт

Баҙарғол Юнаев

ген.-фельдмаршал

башҡорт

БайғаҙыҠоҙамышев

полк.

башҡорт

Байым Ҡыҙраев

полк.

башҡорт

Баҡый Абдулов

полк.

башҡорт

Баҡый Туйкиев

полк.

мари

Батырҡай Иткинин

полк.

башҡорт

Белобородов И.Н.

полк.

тау сәнәғәте крәҫтиәне

Билдин П.З.

полк.

Исәт казагы

Бородин А.А.

полк.

ҡалмыҡ

Буҙан Смаҡов

полк.

башҡорт

Бәхтейәр Ҡанҡаев

бригадир (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, баш полк.)

мишәр

Грязнов И.Н.

полк.

сауҙагәр

Губанов И.В.

полк.

Ырымбур казагы

Дербетев Ф.И.

полк.

ҡалмыҡ

ЕйәнҠуштанов

полк.

башҡорт

Загуменнов Д.М.

полк.

дәүләт крәҫтиәне

Зарубин И.Н.

ген.

Яйыҡ казагы

Ибраһим Мерәҫов

полк.

башҡорт

Иҙебай Аҡбаев

полк.

мари

Илсеғол Этҡолов

полк.

башҡорт

Иманғол Абрамов

полк.

башҡорт

Ишҡара Арыҫланов

полк.

башҡорт

ИшмәнЭтҡолов

полк.

башҡорт

ЙәрмөхәммәтҠәҙермәтов

полк.

типтәр

Кинйә Арыҫланов

баш полк.

башҡорт

Кузнецов И.С.

бригадир

Ырымбур казагы

Кузьмин П.

полк.

дәүләт крәҫтиәне

Ҡанбулат Юлдашев

полк.

башҡорт

Ҡарабай Әшмәнов

полк.

башҡорт

Ҡаранай Моратов

баш полк.

башҡорт

Ҡасҡын Һамаров

полк.

башҡорт

Ҡотлогилде Абдрахманов

полк.

башҡорт

Ҡунаҡбай Йомаев

полк.

башҡорт

Ҡыҙрас Муллаҡаев

полк.

башҡорт

ҠәйепЕйәнбәтов

полк.

башҡорт

Ҡәнзи Абдулов

полк.

башҡорт

Ҡәнзәфәр Усаев

бригадир

мишәр

Лысов Д.С.

полк.

Яйыҡ казагы

Манглет Айытов

полк.

башҡорт

Мансур Таймаҫов

полк.

башҡорт

Миҙәт Миндийәров

полк.

башҡорт

Миңлеғол Ҡотломәтов

полк.

татар (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, башҡорт)

Михайловских В.

полк.

Исәт казагы

Морат Абдалов

полк. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, атаман)

башҡорт

Моратша Сыртланов

полк.

башҡорт

Мортаҙа Йортомов

полк.

башҡорт

Мөҡсин Мәҙийәров

полк.

башҡорт

Мөхәмәт Сәфәров

полк.

типтәр йәки бобыль

Муйнаҡ Сөләймәнов

полк.

башҡорт

Муса Улыев

полк.

татар

Мәҡсүт Үтәгәнов

полк.

башҡорт

Мәсәлим Уразаев

полк.

башҡорт

Мәүлит Айытов

полк.

башҡорт

Нарынбай

полк.

башҡорт

Нуғайбәк Әсәнов

полк.

башҡорт

Овчинников А.А.

ген.-фельдмаршал

Яйыҡ казагы

Өмәтәй Ураҙымбәтов

полк.

башҡорт

Падуров Т.И.

полк.

Исәт казагы

Перфильев А.П.

ген.-аншеф

Яйыҡ казагы

Пустобаев П.А.

полк.

Яйыҡ казагы

Ражев М.

атаман (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, полк.)

Исәт казагы

Рәим Алиев

полк.

башҡорт

Рәим Исаев

полк.

башҡорт

Сағыр Иләймәнов

полк.

башҡорт

Садиҡ Сәйетов

полк.

татар

Салауат Юлаев

бригадир

башҡорт

Сергеев Д.С.

полк.

Яйыҡ казагы

Собханғол Килтәков

полк.

башҡорт

Соколов А.Т.

полк.

дәүләт крәҫтиәне

Сухарев М.И.

полк.

Яйыҡ казагы

Сәйфулла Сәйҙәшев

полк.

башҡорт

Сәлей Ҡотомаҡов

полк.

башҡорт

Такшан Дербышев

полк.

башҡорт

Творогов И.А.

ген.-поручик

Яйыҡ казагы

Тойғужа Мамыҡов

полк.

башҡорт

Толкачёв С.П.

полк.

Яйыҡ казагы

Торнов В.И.

полк.

яңы суҡындырылған фарсы кешеһе (Ырымбур крәҫтиәне)

ТөрөкмәнЙәнсәйетов

полк.

башҡорт

Туҡтамыш Ишбулатов

полк.

башҡорт

Турай Ишәлин

полк.

башҡорт

Ульянов И.И.

полк.

Яйыҡ казагы

Үлмәҫҡол Абдуллин

полк.

башҡорт

Үтәй Яратҡолов

полк.

башҡорт

Фалков Т.

атаман (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, полк.)

Исәт казагы

Федулев И.П.

полк.

Яйыҡ казагы

Һары Абдуллин

полк.

башҡорт

Һеләүһен Кинйин

полк.

башҡорт

Һөйәрғол Яманаев

полк.

башҡорт

Чумаков Ф.Ф.

ген.-фельдцейхмейстер

Яйыҡ казагы

Шибаев И.

полк.

Яйыҡ казагы

Шигаев М.Г.

полк.

Яйыҡ казагы

Әбдей Абдуллов

полк.

башҡорт

ӘбделйәлилЫрыҫҡолов

полк.

башҡорт

Әбделкәрим Рахманғолов

полк.

яһаҡлы татар

Әбдесәләм Мәмәделин

полк.

мишәр

Әбдесәләм Рамзин

атаман (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, полк.)

башҡорт

Әбдрәшит Айытов

полк.

яһаҡлы татар

ӘҙелӘшмәнев

полк.

башҡорт

Әҙиғот Темәсов

полк. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, поход старшинаһы)

башҡорт

Әлебай Мырҙағолов

полк.

башҡорт

Әлетдин Биктуғанов

полк. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, атаман)

башҡорт

Әмин Ибраев

полк.

башҡорт

Юлай Аҙналин

полк.

башҡорт

Юламан Ҡушаев

ген.

башҡорт

Яҡуп Теләүембәтов

полк.

башҡорт

ЯманһарыЯппаров

полк.

башҡорт

٭ Таблицаны Р.Р.Фазылов төҙөнө

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.12.2019