Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕР БИЛӘҮ

Просмотров: 1415

ЕР БИЛӘҮ, хужаларының тейешле хоҡуҡтары һәм бурыстарының шарты булған билдәле бер хоҡуҡ нигеҙендә ергә хужа булыу (милек, ҡуртым һ.б.). Башҡорттарҙа Е.б. (йола хоҡуғына барып тоташа) аҫабалыҡ хоҡуғы (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) нигеҙендә формалашҡан. Ергә шәхси милектең булмауы башҡорттарҙың Е.б. үҙенсәлеге булып торған, ерҙең хужаһы община (айырым башҡ. ҡәбиләләре, ырыуҙары, ырыу бүленештәре, ҡан-ҡәрҙәш ғаиләләр төркөмө) булған. Күсмә хужалыҡ (ҡара: Күсмә тормош) шарттарында милекселек хоҡуғы мал һанына бәйле булған һәм йәйләү маршруттарына (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) һәм көтөүлектәргә эйә булыу рәүешендә үҫешкән. Формаль яҡтан общинаның һәр ағзаһы община (аҫаба, улус, ауыл) ерен биләүгә тиң хоҡуҡҡа эйә булған, ғәмәлдә Е.б. ырыуҡәбилә аҡһөйәктәре — бей, кенәз, мырҙа, тархан, хан вәкилдәре тарафынан көйләнгән. Е.б. нәҫелдән килгән хоҡуғын юғалтҡан аҫаба башҡорттар керҙәштәр төркөмөнә күскән. Община ер биләүселеге сиктәрендә шәхси ерҙе файҙаланыу барлыҡҡа килгән. Айырым ер биләмәләренең сигенә ырыу-ҡәбилә милкенең тамғаһы ҡуйылған. 13 б. — 16 б. 1‑се ярт. башҡорттар Е.б. хоҡуғы өсөн үҙҙәре ингән дәүләттәргә (Алтын Урҙа, Нуғай Урҙаһы, Ҡазан ханлығы, Себер ханлығы) яһаҡ түләгән, хәрби хеҙмәт (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) үтәгән. Башҡорттарҙа Е.б. тәбиғи рәүештә ярым күсмә малсылыҡ хужалығы нигеҙендә барлыҡҡа килгән Е.б. системаһына ингән. Риүәйәттәр, шәжәрәләр һ.б. тарихи сығанаҡтарға ярашлы, башҡорттар Алтын Урҙа хакимдарынан аҫабалыҡ тәртибендә Е.б. гарантияланған ярлыҡтар алған. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы барышында башҡорттар хужа булған ерҙәргә уларҙың аҫабалыҡ хоҡуғы раҫланған (ҡара: Жалованный грамоталар). Ул осорҙа был ерҙәрҙең дөйөм майҙаны яҡынса 35 млн дисәтинә (көнбайышта Волга й. алып көнсығышта Тубыл й. тиклем, көньяҡта Илек һәм Урал йй. алып төньяҡта Кама һәм Сылва йй. тиклем; ҡара: Башҡортостан) тәшкил иткән. Е.б. юридик яҡтан айырым башҡ. улустарына беркетелгән. Малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән башҡорттарҙың Е.б. формалашыуы нигеҙендә игенселек хужалығы ятҡан бөтә Рәсәй Е.б. һәм ерҙе файҙаланыу системаһы м‑н аҡрынлап ҡушыла барған. Башҡ. ер биләүселәре тарафынан аҡсалата йәки натуралата оброк түләү, аҫаба башҡорттар файҙаһына төрлө йөкләмәләр үтәү, ш. уҡ яһаҡ, һалым һәм йөкләмәләрҙең бер өлөшө өсөн эшләү йәки уны түләү шарттарында аҫаба ерҙәрен (һөрөнтө ерҙәр, сабынлыҡтар, балыҡлы, мәғдәнле һ.б. биләмәләр) бер кешегә йәки кешеләр төркөмөнә ҡуртымға биреү (ҡара: Керҙәшлек) тарала башлай. 17—18 бб. хөкүмәт башҡорттарҙың Е.б. сикләй (ҡара: Колониялаштырыу): ерҙәрҙе тау заводтары, ҡалалар, ҡәлғәләр, монастырҙар, биҫтәләр, нығытылған сик буйы һыҙыҡтары һ.б. төҙөү, хеҙмәтле кешеләргә, тау сәнәғәте крәҫтиәндәренә, дәүләт крәҫтиәндәренә, батша һарайы крәҫтиәндәренә, Волга буйының урыҫ булмаған халыҡтарына (ҡара: Күскенселек хәрәкәте) бүлеп биреү һ.б.; дворяндарға (ҡара: Дворянлыҡ), тау заводтары хужаларына биләү һәм файҙаланыуға биреү өсөн тартып ала. 18 б. 30‑сы йй. тиклем хөкүмәт аҫаба башҡорттарҙың ерен улар ҡарамағында һаҡлап ҡалдырыу һәм Е.б. традицияларын теүәл үтәү сәйәсәте алып бара (ҡара: Ер сәйәсәте). Күпләп ҡалалар, ҡәлғәләр һәм заводтар төҙөү дворяндарҙың, монастырҙарҙың, тау заводтары хужаларының, төрлө категорияға ҡараған хеҙмәтле кешеләрҙең һәм крәҫтиәндәрҙең, сауҙагәрҙәрҙең ер биләүселеге үҫешенә булышлыҡ итә. 18 б. 30—50‑се йй. Башҡортостанда ҡәлғәләр (50‑нән ашыу төҙөлә) өсөн — 1,2 млн дисәтинәнән ашыу, 30—90‑сы йй. заводтар (60‑тан ашыу һалына) төҙөү өсөн 5,8 млн дисәтинәгә яҡын аҫаба башҡ. ере тартып алына. Шулай уҡ дворяндар, казак старшиналары (ҡара: Казак ҡатламы), мишәрҙәр һәм хеҙмәтле кешеләрҙең ер биләмәләре артыуына дәүләт тарафынан башҡ. аҫаба ерҙәрен һатыу-алыуҙы рөхсәт иткән бер нисә закон акты [указдар (1736 й. 11 февр.), 1743 й. 8 авг. указ һ.б.] ҡабул итеү булышлыҡ итә. 18 б. аҙ. ҡарай дворян биләмәләренең дөйөм майҙаны 2,5 млн дисәтинәнән ашыу ер тәшкил итә, ш. иҫ. Нуғай даруғаһында — 1,3 млн дисәтинәнән ашыу, Ҡазан даруғаһында — 0,9 млн дисәтинәгә яҡын, Уҫы даруғаһында — 0,2 млн дисәтинәнән ашыу, Себер даруғаһында — 0,1 млн дисәтинәнән ашыу. 18—19 бб. ерҙәрҙе тартып алыу, ырыу-ҡәбилә берләшмәләренең тарҡалыуы шарттарында хосуси Е.б. һәм ерҙе файҙаланыу элементтарының артыуы, игенселек үҫеше һөҙөмтәһендә башҡ. аҫабалыҡтары тарҡалыу кисерә. Башҡорттарҙың, дворяндарҙың, тау заводтары хужаларының, төрлө категорияға ҡараған хеҙмәтле кешеләрҙең һәм крәҫтиәндәрҙең, ҡаҙнаның, заводтарҙың һ.б. биләгән ерҙәре т‑да иң тулы мәғлүмәттәр Генераль ыҙанлау барышында алына. 19 б. 20‑се йй. башына Ырымбур губернаһында 28,2 млн дисәтинәнән ашыу ер булған: 12,8 млн дисәтинәнән ашыуы аҫаба башҡорттарға ҡараған (шуларҙың 9,6 млн дисәтинәнән ашыуы аҫаба башҡорттар м‑н уларҙың керҙәштәренең уртаҡ файҙаланыуында булған), 3,6 млн дисәтинәнән ашыуы — дворяндар һәм завод хужалары, 6,4 млн дисәтинәнән ашыуы — дәүләт һәм удел крәҫтиәндәре, яҡынса 4 млн дисәтинә ер хеҙмәтле кешеләр өлөшөнә тура килгән; 1,3 млн дисәтинәнән ашыу ер дәүләт ҡарамағында булған. Вятка губернаһы, Пермь губернаһы һәм Һарытау губернаһында йәшәгән аҫаба башҡорттар 1,3 млн дисәтинәгә яҡын ер биләгән (19 б. 40‑сы йй., Ген. ыҙанлау мәғлүмәттәре). Башҡ. аҫабалығы эсендә аҫаба башҡорттар м‑н халыҡтың башҡа категориялары вәкилдәре араһында ер бүлеү проблемалары өлөшләтә Махсус ыҙанлау барышында хәл ителә. Ген. һәм Махсус ыҙанлауҙар һөҙөмтәһендә байтаҡ закон акттары ҡабул ителә; уларҙа башҡорттар, мишәрҙәр, типтәрҙәр, дәүләт крәҫтиәндәренең Е.б. мөнәсәбәттәре яйға һалына (1824 й. 15 апр. һәм 1857 й. 23 июлендәге указдар), ер м‑н тәьмин итеү нормалары билдәләнә: башҡорттар (һәр ир-ат башына 40—60‑ар дисәтинә), хәрби (30‑ар дисәтинә) һәм граждан (15‑әр дисәтинә) ведомстволары керҙәштәре өсөн [указ (1832 й. 10 апр.)], башҡ. ерҙәрендә йәшәгән кенәздәр, мырҙалар, сауҙагәрҙәр һәм мещандарҙың (ҡара: Мещанлыҡ) һ.б. Е.б. ҡағиҙәләре эшләнә (1884 й. 10 ғин. указ). 19 б. 60‑сы йй. башына ҡарай башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренең дөйөм майҙаны Вятка, Ырымбур, Пермь, Өфө һәм Һамар губерналарында — 13,8 млн дисәтинәнән ашыу, ш. иҫ. Өфө губ. — 6,9 млн дисәтинәнән, Ырымбур губ. — 4,9 млн дисәтинәнән, Пермь губ. — 1,4 млн дисәтинәнән, Һамар губ. — 0,4 млн дисәтинәнән ашыу, Вятка губ. яҡынса 0,03 млн дисәтинә ер тәшкил иткән. 19 б. 2‑се ярт. халыҡтың төрлө категориялары һатып йәки ҡуртымға алыу юлы м‑н аҫаба башҡорттарҙан 5,5 млн дисәтинәнән ашыу ер ала. 70—90‑сы йй. дворяндар һәм сауҙагәрҙәр тарафынан 1 млн дисәтинәнән ашыу башҡ. аҫаба ерҙәре һатып алына, ш. иҫ. Өфө губ. — 0,8 млн дисәтинәнән ашыу, Ырымбур губ. — 0,2 млн дисәтинәгә яҡын (1 дисәтинәнең уртаса хаҡы 1—2 һум); күскенселәр һәм дәүләт тарафынан 2,4 млн дисәтинәнән ашыу ер алына, ш. иҫ. Өфө губ. — 1,8 млн дисәтинәнән ашыу, Ырымбур губ. — 0,6 дисәтинәгә яҡын; чиновниктарға һатып йәки ҡуртымға 0,5 млн дисәтинәнән ашыу ер бирелә. 19 б. аҙ. ҡарата аҫаба башҡорттар Өфө губ. (яҡынса 167 мең хужалыҡ) — 4 млн дисәтинәнән ашыу, Ырымбур губ. (60 меңдән ашыу хужалыҡ) 2,6 млн дисәтинәнән ашыу ер биләгән. Столыпин аграр реформаһы барышында крәҫтиәндәрҙең ер биләүселеге башлыса күскенсе крәҫтиәндәр иҫәбенә арта (Ырымбур губ. — 65,5 мең, Өфө губ. 43,8 мең кеше күсеп килә), уларҙың төп өлөшө ерҙе аҫаба башҡорттарҙан һатып ала (1905— 15 йй. 522 мең дисәтинә ер һатыла, ш. иҫ. Ырымбур губ. — 300 мең дисәтинә, Өфө губ. — 222 мең дисәтинә). Башҡорттарға 1916 й. Өфө губ. — 5,1 млн дисәтинә, Ырымбур губ. — 3,5 млн дисәтинә, 1917 й. табан Өфө һәм Ырымбур губ. (халыҡ һаны 1,3 млн кеше) яҡынса 7 млн дисәтинә ер тура килгән. Башҡорттарҙың 1917 й. ҡарата юғалған аҫаба ерҙәрен ҡайтарып биреү Башҡорт милли хәрәкәтенең төп талабы була, Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары резолюцияларында белдерелә. 1917 й. 27 окт. Ер т‑да декреттың дөйөм ҡағиҙәләрен бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә шәхси Е.б. бөтөрөлә һәм ер дәүләт милкенә күсерелә (ҡара: Ер милке).

Әҙәб.: Чулошникова Н.А. К истории башкирского землевладения и русской поземельной политики в Башкирии до указа 1832 г. //Труды Оренбургского общества изучения Киргизского края. Оренбург, 1921. Вып.1; Демидова Н.Ф. Землевладение и землепользование в Уфимском уезде XVI—XVIII вв. //Ежегодник по аграрной истории  Восточной Европы. 1962. Минск, 1964; Шакурова Ф.А. Башкирская волость и община в середине XVIII — первой половине XIX века. Уфа, 1992; Акманов А.И. Башкирское землевладение в XIX — начале XX вв. Уфа, 2000; шул уҡ. Вопросы башкирского землевладения в материалах Государственной думы 1906—1917 гг. (по выступлениям мусульманских депутатов) //Уникальные источники по истории Башкортостана: материалы II регион. науч.‑практ. конф. Уфа, 2001.

А.И.Аҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: