Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕР МИЛКЕ

Просмотров: 1348

ЕР МИЛКЕ, ерҙе тәбиғәт предметы булараҡ үҙләштереүҙең тарихи билдәләнгән ижт. формаһы. Ер биләү, уның м‑н эш итеү һәм файҙаланыу, матди байлыҡтар алыу йәһәтенән етештереү-хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе сағылдыра. Йәмәғәт (дәүләт, община һ.б.) һәм хосуси Е.м. айырыла. Башҡортостан терр‑яһында ер мөнәсәбәттәре ергә башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы нигеҙендә барлыҡҡа килә, общиналы ер биләү үҫешә. Ер биләү Е.м. хоҡуғынан айырылмай, ләкин күсмә тормош шарттарында ул асылда малы күп милекселәрҙең өҫтөнлөклө хоҡуғы була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң хосуси Е.м. нигеҙендә дворяндарҙың, тау заводсыларының, сауҙагәрҙәрҙең һ.б. ер биләүе, корпоратив Е.м. нигеҙендә башҡорттарҙың, сиркәүҙәрҙең һәм монастырҙарҙың ер биләүе үҫешә; 20 б. башына дәүләт милкендә 1,3 млн ашыу дисәтинә ер була. Шәхси крәҫтиән хужалығы үҫешенә Столыпин аграр реформаһы булышлыҡ итә. Октябрь революцияһынан һуң 1917 й. 27 окт. Ер т‑дағы декретҡа ярашлы, ерҙәр национализациялана. Баҙар иҡтисадына күскәндән һуң ергә дәүләт милке монополияһы бөтөрөлә: РСФСР‑ҙың Ер кодексына (1991) ярашлы, ерҙе хосусилаштырыу рөхсәт ителә, ергә түләү хаҡы билдәләнә, Е.м. формаларының төрлөлөгө раҫлана. Республикала ер сәйәсәте а.х. ерҙәрен хосусилаштырыуҙы һәм һатыу-алыуҙы сикләүгә йүнәлтелә (ҡара: Ер реформалары). РФ‑тың Ер кодексына (2001), БР‑ҙың “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” законына (2004) ярашлы, ер дәүләт һәм айырым кешеләр (граждандар һәм юридик шәхестәр) ҡулында була ала. Ергә дәүләт милке РФ милкенә, БР милкенә һәм муниципаль берәмектәр милкенә бүлеп ҡарала. БР‑ҙағы 14294,7 мең га ер фондының 84%‑ы (11985 мең га) — дәүләт һәм муниципаль милкендә, граждандарҙың шәхси милкендә — 16%‑ы (2305,1 мең га), юридик шәхестәр милкендә — 4,6 мең га (2010). РФ‑тың милек хоҡуғы дәүләт милкендә булған 5684,1 мең га (48%‑ы) ергә теркәлгән; ш. иҫ. 286,3 мең га ерҙе юридик шәхестәр — даими (мөҙҙәтһеҙ) файҙаланыу хоҡуғы б‑са, 73 мең га юридик шәхестәр һәм граждандар ҡуртымға алыу хоҡуғы б‑са файҙаланған. БР милкендәге 67,1 мең га ерҙең 24,1 мең га юридик шәхестәр тарафынан — даими (мөҙҙәтһеҙ) файҙаланыу хоҡуғы б‑са, 30,6 мең га ҡуртымға алыу хоҡуғы б‑са файҙаланыла. БР ер фондындағы 6086,4 мең га ергә милек хоҡуғы сикләнмәгән.

Ү.Ғ.Ғосманов, Р.Р.Ғәлиев, Д.Д.Лоҡманов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: