Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИРДУҒАН, Яңауыл р‑нындағы ауыл

Просмотров: 722

ИРДУҒАН, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 14 км алыҫлыҡта Шаҙы й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 303 кеше; 1920 — 319; 1939 — 330; 1959 — 288; 1989 — 215; 2002 — 209; 2010 — 22 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Сусаҙы‑Ябалаҡ урта мәктәбе филиалы) бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1688 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. Шулай уҡ Мәндеш, Урдыған исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 110 кеше йәшәгән, 1865 й. 42 йортта — 208 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете булған.

Х.Х.Мөҙәрисов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: