Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕҘЕМ-ҠАРАН, Ғафури р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1032

ЕҘЕМ-ҠАРАН, Ғафури р‑нындағы ауыл, Еҙем-Ҡаран а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 46 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Тәпәреш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 859 кеше; 1920 — 1228; 1939 — 1022; 1959 — 737; 1989 — 517; 2002 — 494; 2010 — 431 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, М.Ғафури йорт-музейы бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Дыуан-Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Күрпәс-Табын улусы Еҙем а. башҡорттары нигеҙ һала, 1786 й. алып Яңы Еҙем (Яңы Еҙем-Ҡаран) исеме м‑н билдәле. Һуңыраҡ ш. уҡ шарттарҙа бында Кәлсер-Табын улусы башҡорттары һәм яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) килеп урынлаша. 19 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1865 й. 75 йортта 437 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 20 сауҙа кибете булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 тимерлек, 5 бакалея кибете теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. 1920—22 йй. — Табын кантонының адм. үҙәге. М.Ғафури, С.Ғ.Сафин ошо ауылда тыуған.

 

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019