Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШБАРС, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 823

ИШБАРС, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Подлесный а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т. табан 25 км алыҫлыҡта Мәҫәле й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1339 кеше; 1920 — 1335; 1939 — 1505; 1959 — 1494; 1989 — 690; 2002 — 711; 2010 — 767 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Палан” сыуаш халыҡ ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Тәлтем-Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1775 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яңы суҡындырылған сыуаштар нигеҙ һала. 1791 й. ш. уҡ шарттарҙа бында сыуаштарҙың яңы төркөмө килеп урынлаша. Шулай уҡ Яманһаҙ исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 292 кеше йәшәгән, 1865 й. 112 йортта — 657 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү (1903 й. төҙөлгән), земство мәктәбе, тимерлек, 3 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Д.Ғ.Күскилдин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: