Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАБЫҠҠЫУЫШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1216

ҠАБЫҠҠЫУЫШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Ҡабыҡҡыуыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 72 км алыҫлыҡта Күндерәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 674 кеше; 1920 — 692; 1939 — 621; 1959 — 825; 1989 —654; 2002 — 620; 2010 — 589 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһының Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 28 йортта 194 кеше йәшәгән, 1865 й. 110 йортта — 601 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 һыу тирмәне булған. Р.М.Кинйәбаев, Н.Ә.Һөйәрғолов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019