Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИНЙӘБАЕВ Рәлиф Мөстәҡим улы

Просмотров: 1512

КИНЙӘБАЕВ Рәлиф Мөстәҡим улы (1.1.1957, БАССР‑ҙың Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш а.), драматург. БР‑ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990  й. алып). Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған (1980). 1981 й. алып Стәрлебаш районы Ҡалҡаш урта мәктәбе директоры. 1985 й. башлап “Башҡортостан” гәзите үҙ хәбәрсеһе, 1999 й. — баш мөхәррире, 2011 й. — “Һәнәк” журналы, бер үк ваҡытта 2016 й. алып “Ағиҙел” журналы баш мөхәррире. “Һыу юлында һылыу ҡыҙ” исемле тәүге китабы 1988 й. сыға. “Йәйҙең һуңғы көндәре” (1992) китабына ингән повесть һәм хикәйәләрендә, “Эх, Байтимер дуҫ!”, “Айғырыңды үтескә бир!..”, “Гүргә инер сер ине...” һ.б. пьесаларында хәҙерге замандың әхлаҡ мәсьәләләре күтәрелә. Пьесалары БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре театрҙарында ҡуйыла. Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән (2021).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.10.2021
Связанные темы рубрикатора: