Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠӘҘЕР, Илеш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 874

ҠӘҘЕР, Илеш р‑нындағы ауыл, Ҡәҙер а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 127 км алыҫлыҡта Олойылға й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1386 кеше; 1920 — 1680; 1939 — 1344; 1959 — 917; 1989 — 861; 2002 — 832; 2010 — 754 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Бүләр улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1738 й. алып билдәле. Улус старшинаһы Ҡәҙерғол Ҡасимов исеме м‑н аталған. 18 б. 40‑сы йй. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп урынлаша. 1795 й. 25 йортта 135 кеше йәшәгән, 1865 й. 208 йортта — 879 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, һыу тирмәне, ярма ярғыс, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ү.Н.Зәйнәшев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019