Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫРҒЫҘ, Краснокама р‑нындағы ауыл

Просмотров: 859

ҠЫРҒЫҘ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡайынлыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 62 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Кәлтәй й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 221 кеше; 1920 — 245; 1939 — 340; 1959 — 246; 1989 — 152; 2002 — 104; 2010 — 124 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала, 1755 й. алып билдәле. Исеме “ҡырғыҙ” этнонимынан алынған. 1795 й. 24 ир-ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 24 йортта 106 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. ел һәм һыу тирмәндәре теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: