Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАМЫШЕВ Мөхтәр Батыргәрәй улы

Просмотров: 692

ҠАРАМЫШЕВ Мөхтәр Батыргәрәй улы [1895, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 1941], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ҡарамышевтар нәҫеленән. Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Орск ҡ. училище һәм пед. курстарын тамамлаған. 1915— 17 йй. рус армияһында, прапорщик; 1918—19 йй. Башҡорт ғәскәрендә ротмистр (1918). 1917 й. сент. алып Стәрлетамаҡ өйәҙе Иҫке Сәйет а. (Ишембай р‑ны) мәктәп мөдире булып эшләй.

1918 й. ғин. башлап Юрматы кантон башҡармаһы ағзаһы, июлдән — Башҡорт ғәскәре инспекторы һәм Башҡорт хәрби шураһының ҡорал б‑са мөдире, бер үк ваҡытта авг. — шураның артиллерия бүлеге етәксеһе, сент. — 1‑се Башҡ. кавалерия полкы ком., дек. — “Стәрлетамаҡ фронтының Башҡорт көстәре” оператив төркөмө командующийы. 1919 й. Башҡортостан хәрби-революцион комитетының аҙыҡ-түлек бүлеге мөдире була, артабан Мораҡ а. һәм Мораҡ р‑ны гарнизоны нач., апр. алып Башҡ. респ. хәрби эштәр б‑са ХК‑ның дөйөм бүлеге нач., авг. — Табын кантонының революцион ком‑ты рәйесе, дек. — Тамъян-Ҡатай кантонының хәрби комиссары. 1920 й. Маҡарҙа уҡытыусы, һуңыраҡ Юрматы кантонының игенселек бүлеге мөдире, Дыуан-Ҡошсо кантоны ХХС‑ы рәйесе, 1921 й. февр. башлап “Белрайлесконтора” пр‑тиеһы, окт. — Стәрлетамаҡ ҡ. Башҡ. респ. соц. тәьминәт ХК комиссары. Һуңыраҡ Урта Азияға сығып китә, артабан Винница ҡ. (Украина ССР‑ы) йәшәй. 1941 й. үҙ теләге м‑н фронтҡа китә һәм шунда һәләк була.

Әҙәб.: Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009.

А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.03.2023
Связанные статьи: