Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУШЙЫЛҒА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

Просмотров: 730

ҠУШЙЫЛҒА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Ҡушйылға а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 41 км һәм Аксаков т. юл ст. Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Мәнәүез й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2007 кеше; 1920 — 2475; 1939 — 1487; 1959 — 1266; 1989 — 916; 2002 — 907; 2010 — 759 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй‑ Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1781 й. керҙәшлек киле‑ шеүе б‑са сыуаштар нигеҙ һала (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 18 б. 20‑се йй. нигеҙләнгән). 18 б. аҙ. Кесе Мәнәүезбаш бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң Оло Мәнәүезбаш исемен алған, тип фараз ителә. 1795 й. 243 кеше йәшәгән, 1865 й. 166 йортта — 1083 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, тегенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 12 һыу тирмәне булған. 1906 й. улус ида‑ раһы урынлашҡан; сиркәү (1887 й. төҙөлгән), ҡыҙ балалар өсөн сиркәү мәхәллә мәктәбе, ир балалар өсөн министрлыҡ мәктәбе, 5 һыу тирмәне, мануфактура, шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. В.Н.Иванов, К.И.Степанов ошо ауылда тыуған.

 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019