Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРАСНАЯ БАШКИРИЯ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1016

КРАСНАЯ БАШКИРИЯ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Красная Башкирия а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 636 кеше; 1959 — 850; 1989 — 2016; 2002 — 2286; 2010 — 2435 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). К.Б. — “Красная Башкирия” АХПК‑ның үҙәк усадьбаһы. Кирбес з‑ды бар. Урта мәктәп, Асҡар балалар сәнғәт мәктәбенең филиалы, 2 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, ҡарттар йорто, мәҙәниәт йорто (“Миләш” халыҡ ансамбле) бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. “Красная Башкирия” с‑зы ойошторолған ваҡытта с‑здың Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Ауыл эргәһендә Магнитогорск ҡ. халыҡ‑ара аэропорты урынлашҡан.

Тәрж Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019