Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРИВОВ Тимофей Степанович

Просмотров: 1579

КРИВОВ Тимофей Степанович (21.2.1886, Һамар губернаһы Иҫке Ерёмкин а. — 16.8.1966, Мәскәү ҡ.), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1902 й. башлап Өфө тимер юл оҫтаханалары, 1906—07 йй. Златоуст ҡ. паровоз депоһы слесары. 1905—07 йй. РСДРП‑ның Өфө хәрби дружинаһы ағзаһы, 1908—17 йй. революцион эшмәкәрлеге өсөн бер нисә тапҡыр ҡулға алына. 1917—18 йй. Өфө ҡала хеҙмәт биржаһы мөдире, Өфө губерна эшсе һәм һалдат депутаттары советы башҡарма комитеты, Өфө губерна революцион комитеты, Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары штабы, РКП(б)‑ның Өфө губерна комитеты ағзаһы. 1919 й. Бишенсе армия штабында сәйәси хеҙмәткәр, августан алып Өфө губерна революцион комитеты рәйесе. 1920 й. башлап РКП(б) ҮК‑ның Урал бюроһы секретары. 1922 й. алып РКП(б) ҮК‑на ағзалыҡҡа кандидат, 1923 й. — ВКП(б) ҮК аппараты хеҙмәткәре. 1927 й. башлап Эшсе-крәҫтиән инспекцияһының халыҡ комиссары урынбаҫары, 1934 й. — баш арбитр, 1936 й. РСФСР‑ҙың финанс халыҡ комиссары урынбаҫары. 1936—40 йй. СССР‑ҙың коммуналь предприятиелары хеҙмәткәрҙәренең профессиональ союзы рәйесе. 1921—22 йй. һәм 1923—34 йй. ВКП(б)‑ның Үҙәк контроль комиссияһы ағзаһы. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1955, 1966). К. исеме Чебоксар ҡ. урамға бирелгән, уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

 Х е ҙ м.: Из воспоминаний о 1917 годе //За власть Советов. Уфа, 1961; В ленинском строю. Чебоксары, 1969.

 Әҙәб.: У з и к о в Ю.А. Посланцы В.И.Ленина в Башкирии. Уфа, 1984.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.03.2024
Связанные темы рубрикатора: