Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОРАЛЛЫ ХАЛЫҠ ХӘРБИ ОЙОШМАЛАРЫ

Просмотров: 1764

 

ҠОРАЛЛЫ ХАЛЫҠ ХӘРБИ ОЙОШМАЛАРЫ (ҠХХО), Көньяҡ Уралдағы Ҡыҙыл гвардия отрядтары. 1917 й. йәй-көҙөндә Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы тарафынан Өфө губернаһында тәртип һаҡлау өсөн эшсе милиция дружиналары (отрядтары) булараҡ ойошторола. Сент. Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы ирекле эшсе милиция уставын ҡабул итә. Көҙгә губернала Өфө т. юл оҫтаханалары (128 кеше), Өфө т. юл стан‑ цияһы депоһы (55), Өфө ҡала проф. союздар советы (100), Стәрлетамаҡ (100), Бөрө, Златоуст һәм Минйәр эшсе һәм һалдат депутаттары советтары, Благовещен заводы, Богоявленск заводы, Ҡытаутамаҡ заводтары, Эҫем заводтары, Әшә-Балашов заводы һ.б. дружиналары (комиссарҙары П.В.Гузаков, П.И.Зенцов, Т.С.Кривов) була. Окт. айына Бәләбәй, Златоуст, Стәрлетамаҡ һәм Өфө гарнизондары һалдаттары “азатлыҡ легиондары” төҙөй (бөтәһе 2 меңгә яҡын кеше; комиссары А.К.Евлампиев). Өфө губерна революцион комитетының 26 окт. бойороғо б‑са дружиналар һәм легиондар артабанғы 2 аҙна эсендә Өфөлә һәм өйәҙ үҙәктәрендә совет власы урынлаштыра. Революцион ҡораллы көстәр хәрәкәтен координациялау һәм губернала берҙәм хәрби ойошма төҙөү өсөн Өфөлә ҠХХО‑ның 5 съезы уҙғарыла. 1‑се съезд (1917 й. 12 дек.) ҠХХО‑ның структураһын раҫлай: 1‑се дружина (80‑гә яҡын кеше) ойошманың хәрби советы һәм бер үк ваҡытта Өфө губерна эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттарының хәрби бүлеге була, 2‑се дружина хәрби мобилизация һәм милицияармия бурыстарын үтәй, 3‑сөһөн хәрби эшкә өйрәнгән “Советтар тәртибенә буйһонған эшселәр һәм крәҫтиәндәр” тәшкил итә. Съезд ҠХХО‑ның юғары органы була, ул хәрби советты һайлай. 2‑се һәм 3‑сө дружиналар башында һайлап ҡуйылған нач. торған “мең”дәргә, “йөҙ”ҙәргә һәм “тиҫтә” ләргә бүленә.

1918 й. февр. Өфөлә кадрҙар әҙерләү өсөн ҠХХО‑ның уҡсылар, артиллерия, пулемёт һәм кавалерия мәктәптәре асыла (60 уҡытыусы һәм 400 курсант-эшсе). 3‑сө съезд (1918 й. февр.) мобилизациялау нигеҙендә хәрби ойошманы кадрҙар м‑н тәьмин итеү тәртибен булдыра. Мартта хәрби совет ҠХХО‑ның Өфө губерна штабы итеп үҙгәртелә [ком. М.С.Кадомцев, штаб нач. Э.С.Кадомцев (ҡара: Кадомцевтар), хәр‑ би комиссары Евлампиев], ул губернаның хәрби комиссариаты бу‑ рысын үтәй, уның ҡарамағында мобилизациялау өсөн 30 завод һәм 50 ауыл ячейкаһы була. Апр. айына ҠХХО‑ла — 3117 кеше, май башында 20 меңдән ашыу кеше (шуларҙың 16 меңе — тау заводтары эшселәре) иҫәпләнә, бер нисә мең кешене РККА‑ға һәм Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы ғәскәрҙәренә күсергәндән һуң (июнь), 12 мең кеше ҡала. ҠХХО йәмәғәт тәртибен һаҡлай, Көньяҡ Уралда һәм Волга буйында крәҫтиән сығыштарын баҫтырыуҙа, Ырымбур казак ғәскәре частарына ҡаршы операцияларҙа ҡатнаша. Өфөгә килгән РККА‑ның Юғары хәрби инспекцияһы вәкиле Н.И.Подвойский бойороғо б‑са 1918 й. 7 июнендә ҠХХО бөтөрөлә, улар нигеҙендә РСФСР ХКС‑ы раҫлаған штаттар б‑са 1‑се Өфө уҡсылар див. 2 уҡсылар полкын һәм артиллерия дивизионын төҙөү күҙ уңында тотола. ҠХХО-ның 2‑се дружинаһы — 1‑се Өфө совет полкына, 3‑сөһө 2‑се Өфө совет полкына үҙгәртелә. Әммә ҠХХО бойороҡҡа буйһонмай һәм автономиялы ойошма булып ҡала. Июндә ҠХХО‑ның 2 отряды Һамар (3 мең кеше) һәм Златоуст (2,2 мең кеше) ҡҡ. ебәрелә. Июль аҙағында, Халыҡ армияһы, Чехословак айырым корпусы һәм Көньяҡөнбайыш армия частарынан еңелгәндән һуң, ҠХХО‑ның Өфөнән Кама й. сигенгән бер өлөшө РККА‑ның Икенсе армияһы составына инә, ҡалғандары В.К.Блюхерҙың Пермь ҡ. ҡыҫырыҡланған Йыйылма Урал отрядына ҡушыла (ҡара: Йыйылма Урал отряды походы). Өфөлә ҠХХО‑ның Өфө губерна штабы урынлашҡан бинаға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Соколов-Новосёлов А. Вооружённое подполье. Уфа, 1958; Кадомцев Э.С. О боевых организациях народного вооружения Южного Урала в 1917—1918 гг. //На Южном Урале. М., 1958; Рыбченко Т. Пляска Святого Витта. Уфа, 1992.

Е.П.Асабин, Г.В.Мордвинцев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.07.2023