Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУРАС, Балтас р‑нындағы ауыл

Просмотров: 702

ҠУРАС, Балтас р‑нындағы ауыл, Көндәшле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 33 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) 98 км алыҫлыҡта Ар й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1744 кеше; 1920 — 1706; 1939 — 1025; 1959 — 703; 1989 — 280; 2002 — 246; 2010 — 226 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Көндәшле урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Һунлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Пермь губ. күсерелгән дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1806 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1786 й.) алып билдәле. 1865 й. 212 йортта 1099 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, училище, 5 һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, мәктәп, 3 һыу тирмәне, тимерлек, шарап, һыра һәм 5 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: