Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИНЙӘР ЗАВОДЫ

Просмотров: 1055

ИНЙӘР ЗАВОДЫ, 1890 й. С.П.Дервиз тарафынан Верхнеурал өйәҙе Ҡатай улусы ерҙәрендәге Оло һәм Кесе Инйәр йй. араһында, уларҙың Инйәр й. ҡойған урынында, суйын иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Дервиз, 1898 й. алып Инйәр тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте. Инйәр тау округына ингән. 1892 й. эшләй башлай. Һалҡын һауа өрҙөрөлгән домна мейесе, 2 мәғдән яндырыу мейесе, пар машинаһы булған. 1894 й. эҫе һауа өрҙөрөү индерелә, кауперҙар (домна мейестәре өсөн һауа йылытыу аппараты) ҡуйыла; 1895 й. заводта 2 домна һәм 2 мәғдән яндырыу мейесе, 2 пар машинаһы була. 19 б. аҙ. — 20 б. башында 50 күмер яндырыу мейесе төҙөлә. И.з. 60 мең дисәтинәгә яҡын ере, 3 руднигы була. 19 б. аҙ. заводта төп эштәрҙә — 55, ярҙамсы эштәрҙә 970 эшсе (ҡара: Эшселәр синыфы) иҫәпләнә; 1911 й. ошоға ярашлы 56 һәм 187. 20 б. башында уртаса етештереүсәнлек йылына яҡынса 500 мең бот суйын тәшкил итә, макс. етештереүсәнлек — 787,2 мең бот (1900). 1924 й. ябыла. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Белорет р‑ны Инйәр а. урынлашҡан. И.з. склад биналары — архитектура ҡомартҡыһы.

Әҙәб.: Буранов Ю.А. Акционирование горнозаводской промышленности Урала (1861—1917). М., 1982.

З.И.Гудкова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019