Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗЕМСТВО РЕФОРМАҺЫ

Просмотров: 1239

ЗЕМСТВО РЕФОРМАҺЫ, Рәсәйҙә урындағы үҙидара органдары системаһын ойоштороу; реформаларҙың (19 б. 60—80‑се йй.) бер өлөшө. 1864 й. 1 ғин. “Губерна һәм өйәҙ земство учреждениелары тураһында положение”ға ярашлы үткәрелә. Губерна һәм өйәҙҙәрҙә земство учреждениелары — земство йыйылыштары һәм земство башҡармалары ойошторола, ш. уҡ земство гласныйҙары институты булдырыла. З.р. идара итеү органдарын төҙөүгә һайлап ҡуйыу һәм ҡатламдарға бүленмәгәнлек принциптарын индерә. Һайлау хоҡуғы йәш һәм милек цензы нигеҙендә бирелгән; һайлауҙар ер биләүселәр, ҡала кешеләре һәм ауыл йәмғиәттәре куриялары б‑са үткәрелгән. Земстволарҙың хоҡуҡи даирәһе урындағы хужалыҡ эштәре, халыҡ мәғарифы, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре, сәнәғәтте, а.х. үҫтереү һ.б. м‑н сикләнгән. Башҡортостанда З.р. үткәреү Положениела башҡорттарҙың һәм Ырымбур ғәскәре казактарының земство учреждениеларына һайланыуы т‑дағы мәсьәләнең хәл ителмәүе м‑н ҡатмарлана. Ырымбур ген.‑губернаторы Н.А.Крыжановский һәм губернатор К.Н.Боборыкин инициативаһы м‑н 1867 й. 25 нояб. Ырымбур губернаһында З.р. үткәреү б‑са комитет төҙөлә, уның составына Ырымбур губернаһынан, Ырымбур казак ғәскәрҙәренән һәм башҡорттарҙан берәр вәкил индерелә. 1870 й. комитет император Александр II башҡорттарҙың өйәҙ земство йыйылыштарына гласныйҙар һайлауҙа ҡатнашыу кәрәклеге т‑да фекер белдерә. 1868 й. 16 дек. Өфө губ. дворяндар йыйылышы хөкүмәт алдында земстволарҙы тиҙ арала асыуҙы юлларға ҡарар итә. 1874 й. 14 майында эске эштәр министры П.А.Валуевтың “Ырымбур һәм Өфө губерналарында земство учреждениелары тураһындағы положениены ҡулланыу тураһында” тәҡдиме б‑са, Дәүләт советы земство учреждениелары т‑дағы Положениены өҫтәмәләр м‑н Өфө губернаһында йәйелдереү т‑да ҡарар ҡабул итә, уларға ярашлы башҡорттар ауыл һайлау съездарында крәҫтиәндәр м‑н тиң ҡатнашыу хоҡуғы ала. З.р. үткәреү өсөн 1874 й. 10 авг. Өфө губ. — ваҡытлы губерна ком‑ты, өйәҙ ҡалаларында ваҡытлы өйәҙ комиссиялары ойошторола. Өйәҙ земство гласныйҙарын һайлау Бәләбәй өйәҙендә — 1875 й. 29 ғин., Златоуст өйәҙендә — 31 ғин., Минзәлә өйәҙендә — 1 февр., Бөрө өйәҙендә — 3 февр., Өфө өйәҙендә — 6 февр., Стәрлетамаҡ өйәҙендә 23 ғин. тәғәйенләнә. 1875 й. 27 февр. тәүге Өфө губерна земство йыйылышы асыла. Земство ҡарамағына Өфө губерна идараһына ҡараған ер эштәре присутствиеһы, Йәмғиәт ҡараулығы приказы, врачлыҡ һәм төҙөлөш бүлексәләренең эштәре, документтары, мөлкәте бирелә. Губерна земство башҡармаһы, бөтә өйәҙҙәрҙә лә өйәҙ земство башҡармалары һайлана. Ырымбур губ. З.р. тормошҡа ашырыу 1912—13 йй. башлана. З.р. барышында “земство хәрәкәте” барлыҡҡа килә. Реформаның төп положениелары реформалар (19 б. 80—90‑сы йй.) осоронда ҡайтанан ҡарала.

Әҙәб.: Земство мәҡ. ҡарағыҙ.

Н.И.Леонов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: