Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗЕМСТВО

Просмотров: 1484

ЗЕМСТВО, бөтә халыҡ ҡатламдарын да үҙ эсенә алған урындағы үҙидара системаһы, 1864 й. 1 ғин. “Губерна һәм өйәҙ земство учреждениелары тураһында положение” б‑са, Земство реформаһы барышында ойошторола. З. бойороҡ биреүсе органдары — губерна һәм өйәҙ земство йыйылыштары, башҡарма органдары — губерна һәм өйәҙ земство башҡармалары. З. үҙидара (орган етәкселәрен һайлап ҡуйыу, идара итеү структураһын төҙөү, эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен билдәләү, белгестәр һайлап алыу һәм уҡытыу һ.б.) һәм үҙ‑үҙеңде финанслау принциптарында төҙөлә. З. эшмәкәрлеге өлкәһенә халыҡ мәғарифы, һаулыҡ һаҡлау, ветеринария, юл төҙөү эштәре, статистик тикшеренеүҙәр, ҡарауһыҙ ҡалғандарға ярҙам (приюттар, түләүһеҙ ашханалар); крәҫтиән хужалыҡтары (а.х. инвентары, машиналары һатып алыу, орлоҡ келәттәре булдырыу, агрономия курстары ойоштороу), сауҙа, сәнәғәт (ссудаһаҡлыҡ ширҡәттәре, З. ваҡ кредит кассалары ойоштороу), һөнәрселек кәсебе һ.б. үҫешенә булышлыҡ итеү инә. З. урындағы һалымдарҙы — ҡалаларҙың күсемһеҙ милкенә, ерҙәргә, урмандарға, сауҙа итеүгә хоҡуҡ биргән документтарға (мәҫ., гильдия танытмалары) һалынған земство йыйымдарын билдәләү, бүлеү, йыйыу һәм тотоноу хоҡуғы бирелә. Сығымдар мәжбүри (граждандар идаралығын, төрмәләрҙе тотоу, юл, ылау йөкләмәләре, сәсәк һалыу һ.б.) һәм ирекле (сметаға З. йыйылышы ҡарары б‑са индерелгәндәр) төрҙәргә бүленә. З. эшмәкәрлеге хакимиәт (З. сметалары һәм аҡса бүлеү, заёмдар алыу, вазифаларға һайлау эске эштәр министры йәки губернатор тарафынан ҡарала һәм раҫлана) һәм Сенаттың ҡаты контроле аҫтында була. 1890 й. 12 июнендәге “Губерна һәм өйәҙ земство учреждениелары тураһында положение”ға ярашлы, [ҡара: Реформалар (19 б. 80—90‑сы йй.)] З. урындағы хакимиәткә бойондороҡлолоғо көсәйә: губернатор З. учреждениеларының ҡарарҙарын законлылыҡ йәһәтенән генә түгел, ә дөйөм дәүләт һәм урындағы мәнфәғәт күҙлегенән сығып ҡарау, З. учреждениеларына ревизия яһау һ.б. хоҡуҡтар ала; махсус күҙәтеү органы — земство һәм ҡала эштәре буйынса губерна присутствиелары ойошторола.

Өфө губернаһында З. 1875 й. ойошторола; З. йыйылыштарына һайлау һөҙөмтәләре б‑са тауыштарҙың күпселеген ер биләүселәр һәм ауыл йәмғиәттәре кандидаттары ала: ошоға ярашлы 119 кеше (46,4%) һәм 117 кеше (45,5%); 1891 й. алып — ер биләүселәр курияһы вәкилдәре (55,8%). З. килемдәрҙе халыҡ мәғарифын үҫтереүгә (земство мәктәптәре асыу һәм тотоу, уҡытыусы кадрҙары һайлап алыу), агрономияға, ветеринарияға, һаулыҡ һаҡлауға (ҡара: Земство медицинаһы), страховкалауға, статистикаға (ҡара: Земство статистикаһы), коммуналь‑көнкүреш хеҙмәттәренә, ҡалаларҙы төҙөкләндереүгә һ.б. йүнәлтә. 1897 й. алып З. губернала һыу м‑н тәьмин итеүҙе яҡшыртыуға аҡса бүлә башлай һәм 1910 й. башлап — уға, 1911 й. алып ш. уҡ ҡымыҙ яһау эшенең санитария торошона системалы контроль урынлаштыра. 1886 й. Өфө губерна З. эргәһендә эпидемиология бюроһы асыла. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эштәрҙе берләштереү өсөн 1883 й. алып З. табибтары съездары үткәрелә һәм 1909 й. бөтә өйәҙ З. һәм губерна мед. учреждениелары вәкилдәренән торған губерна санитария советы ойошторола. 1914 й. ҡарай З. ҡарауында 919 саҡрым юл (ш. уҡ Ырымбур һәм Алабуға сауҙа тракттары) була, 1700‑ҙән ашыу күпер һ.б. ҡоролма төҙөлә һәм эш хәлендә тотола. 1885 й. губерна З. сметаһына махсус юл йыйымы индерелә. 1914 й. губерна З. идараһы эргәһендә һөнәрселек кәсебен үҫтереүгә булышлыҡ күрһәтеү бүлеге асыла. 1907 й. З. ваҡ кредит кассалары селтәре барлыҡҡа килә. 20 б. башында З. сәйәси роленең артыуы (ҡара: Земство хәрәкәте) уларҙың вәкилдәренең Дәүләт думаһында, Халыҡ азатлығы партияһында, Рәсәй мосолмандары иттифағында һ.б. сәйәси пар тияларҙа эшмәкәрлегенә бәйле була. Ырымбур губернаһында З. 1912— 13 йй. ойошторола. Февраль революцияһынан һуң З. башҡармалары рәйестәре Ваҡытлы хөкүмәт комиссарҙары итеп тәғәйенләнә. 1918—19 йй. З. совет власының урындағы органдары тарафынан бөтөрөлә.

Әҙәб.: Леонов Н.И. Буржуазные реформы 60—70‑х гг. ХIХ в. в Башкирии. Уфа, 1993; Азаматова Г.Б. Уфимское земство (1874—1917): социальный состав, бюджет, деятельность в области народного образования. Уфа, 2005; Мысляева Н.С. Земские учреждения Уфимской губернии: образование, организационно-правовая основа, деятельность. Уфа, 2005.

Н.И.Леонов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019