Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСЕМ ҠУШЫУ

Просмотров: 1498

ИСЕМ ҠУШЫУ, башҡорттарҙа яңы тыуған балаға исем биреү йолаһы (ҡара: Бала тыуыуға бәйле йолалар). Бала тыуғандан һуң 3‑сө, 7‑се йәки 40‑сы көнгә үткәрелгән; тәүҙә И.ҡ. бишек туйы ваҡытында уҙғарылған. Бала тыуғас, уға яуыз көстәрҙән һаҡлаусы исем бирелгән: кендек әбейе, баланың беләгенә еп бәйләп, уны ваҡытлы йүргәк исеме йәки кендек исеме м‑н атаған. И.ҡ. мулла, туғандар, күршеләр саҡырылған. Баланы башы м‑н ҡәғбәгә ҡаратып, мендәргә һалғандар. Мулла аҙан уҡып, баланың ике ҡолағына ла өс тапҡыр уның исемен әйткән. Баланың әсәһе — кендек әбейенә, әсәһенә, ҡәйнәһенә, ә ҡунаҡтар, изге теләктәр (ҡара: Алғыш) әйтеп, балаға бүләк биргән. И.ҡ. байрам һыйы м‑н тамамланған. Ғәҙәттә бәлеш, бишбармаҡ, өлөш, бауырһаҡ, гөбәҙиә, сәк‑сәк бешергәндәр, буҙа, ҡымыҙ биргәндәр. Йыш ҡына И.ҡ. ваҡытында бәйге, көрәш ойошторғандар, бейегәндәр, йырлағандар, төрлө халыҡ уйындары үткәргәндәр. И.ҡ. йолаһы күп төрки халыҡтарҙа булған.

Әҙәб.: Кусимова Т.Х. Башҡорт исемдәре. Өфө, 1982.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019