Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛА ТЫУЫУҒА БӘЙЛЕ ЙОЛАЛАР

Просмотров: 1874

БАЛА ТЫУЫУҒА БӘЙЛЕ ЙОЛАЛАР. Башҡорттарҙа Б.т.б.й. үткәреү түлһеҙлектән ҡотолоуға, еңел бәпесләүгә, сабый һәм әсәнең һау булыуына, уларҙы яуыз көстәрҙән һаҡлауға булышлыҡ итә, тип иҫәпләнгән. Б.т.б.й. һамаҡ, йыр һәм изге теләктәр м‑н оҙатылған (ҡара: Ғаиләөнкүреш йола поэзияһы). Түлһеҙлектән дауалау өсөн ғәҙәттә һылауҙың төрлө алымдары, мунсала йылытыу, сабындырыу, дарыу үләндәре ҡайнатмалары йәки төнәтмәләре ҡулланылған (ҡара: Халыҡ медицинаһы); һуңғылыҡты бил аша урағандар, күлдәк яғаһы аша үткәреп, өҫтөнә ултырғандар. Ауырлы ҡатындарға ауырыу һәм йәмһеҙ кешеләргә ҡарау, хайуандарға зыян килтереү, ҡул тирмәнен әйләндереү һ.б. тыйылған. Ен, албаҫтыларҙан һаҡланыу өсөн төрлө һаҡлағыстар файҙаланылған, кейемгә тылсымдар (бетеү, ҡаҙ мамығы шәлкеме) тегелгән, доғалар уҡылған. Тыуасаҡ баланың енесен алдан билдәләргә ярҙам итеүсе ырымдар булған: ауырлы ҡатын күберәк әскелтем аҙыҡ ашаһа, малай тыуа, тип һаналған, татлы ашаһа — ҡыҙ; бил һыҙлау — малай тыуыуға, эс ауыртыу — ҡыҙға һ.б. Игеҙәктәр тыуыуы хәүефләндергән, шул сәбәпле ҡуш еләк-емеш, ҡуш һарылы йомортҡа ашау тыйылған. Бала тыуыуын тиҙләтер өсөн кендек әбейе (кендек инәһе, кендекәй-һыу инәһе) төрлө ысулдар ҡулланған: бала табыусының билен ыуған, өй буйлап йөрөткән һ.б. Бала бөркәнсектә тыуһа, уны бәхетле тормош көтә, тип һаналған; етлекмәй тыуһа, уны бер кемгә лә күрһәтергә ярамаған, донъяға килергә тейешле ваҡыты еткәнгә тиклем уны ҡараңғы бүлмәлә тотҡандар. Һуңғылыҡ һәм кендек бауын киптергәндәр, һуңынан уны бетеүгә теккәндәр. Сабыйҙы йыуындырып йүргәккә төргәндән һуң, һаҡлағыс итеп төрлө төҫтәге туҡыма киҫәктәре, ҡабырсаҡтар тегелгән оҙон таҫма (биләүес, бәйләмес) м‑н бәйләгәндәр. Шунан кендек әбейе сабыйҙың беләҙегенә ҡыҙыл еп бәйләгән һәм йүргәк исеме (кендек исеме) ҡушҡан. Бала тыуғас, уның хөрмәтенә бәпәй сәйе ойошторғандар, кендек әбейенә күлдәк йәки кендек таҫтары бүләк иткәндәр. Атаһына, бала тыуыуын һөйөнсөләгән кешегә лә бүләк бирелгән. Ышаныуҙарға ярашлы, донъяға килгәндең тәүге 40 көнөндә йән тулыһынса сабый тәненә инә, ошо осорҙа бала һәм әсә янына яуыз көстәр йыйыла. Берәй кеше килгәндән һуң бала ауырыһа йәки оҙаҡ илаһа, уға күҙ тейгән, тип һаналған. Сабый ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән йолалар бик күп булған: баланы һатып алыу йолаһы, уға “эт (көсөк) күлдәге” (эткә кейҙереп алынған бәпес күлдәге) кейҙереү һ.б. 3‑сө йәки 7‑се көнгә, сабыйҙы күрһәтеү маҡсатында, ҡатындар өсөн кендек сәйе (еп сәйе) ойошторолған. Һыйҙан һуң ҡунаҡтарға алдан әҙерләп ҡуйылған бәпәй ебе таратҡандар. 40‑сы көнгә бишек туйы үткәрелгән. Баш бала тыуыу хөрмәтенә мул һый (бишбармаҡ, ҡымыҙ һ.б.), ярыштар (бәйге, көрәш, уҡ атыу һ.б.), халыҡ уйындары һ.б. м‑н ҙур табын ҡорғандар. Б.т.б.й. циклында исем ҡушыу иң мөһим ваҡиға булған, ш. уҡ беренсе теш сығыу, тәүге аҙым яһау ҙа (тәпәй сәйе) билдәләнгән. Б.т.б.й. күбеһе исламға тиклемге дини инаныуҙарға бәйле.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019