Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШҮЛГӘНТАШ

Просмотров: 1938

ШҮЛГӘНТАШ, Ағиҙел мәмерйәһе, Көньяҡ Уралдағы иң ҙур мәмерйә, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965—2014). Бөрйән р‑ны Ғәҙелгәрәй а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. үҙәненең уң битләүендәге Шүлгәнташ ҡурсаулығы терр‑яһында урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, визе ярусы эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Төньяҡ, төньяҡ‑көнсығыш һәм төньяҡ‑көнбайыш йүнәлешле 3 ярустан торған ауыш һәм горизонталь галереялар, коридорҙар системаһынан ғибәрәт. Оҙонлоғо 2885 м, уртаса киңлеге 7 м, уртаса бейеклеге 7,6 м, тәрәнлеге 82 м, амплитудаһы 162 м, майҙаны 21929 м2, күләме 155696 м3. Портал ауыҙы (киңлеге 48 м, бейеклеге 18 м) Ағиҙел й. кимәленән 8 м бейеклектә ята һәм урта ярусҡа алып бара. Порталдан төньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле Төп галерея (оҙонлоғо 150 м, киңлеге 20 м, бейеклеге 5—8,5 м) китә. Порталдың көнбайыш стенаһында Күгәрсен ҡыуышы, көнсығыш өлөшөндә Түңәрәккүл (тәрәнлеге 6 м), көнбайыш өлөшөндә Шүлгән й. (уртаса һыу сығымы 50 л/с, яҙ көнө 600 л/с тиклем) хасил булған Зәңгәркүл (тәрәнлеге 5,6 м тиклем, сифон м‑н тәрәнлеге 82 м тиклем) бар. Мәмерйә буйлап ағып, йылға бик күп күл сифондарын булдыра. Галерея Сталагмит (киңлеге 20 м, бейеклеге 15 м), Көмбәҙ (киңлеге 35 м, бейеклеге 15 м), Тамғалар (киңлеге 18 м, бейеклеге 14 м), Хаос (киңлеге 46 м, бейеклеге 16 м) залдарын тоташтыра. Галереяның иҙәне балсыҡлы; инеү урыны эргәһендә лишайниктар һәм үҫемлектәр м‑н ҡапланған. Сталагмит залының көнбайыш стенаһындағы ярыҡ төньяҡ йүнәлешле каньонға оҡшаш галереянан (оҙонлоғо 90 м, киңлеге яҡынса 4 м, бейеклеге 15 м тиклем) торған өҫкө ярусҡа алып бара. Галереяның аҙағында Вестибюль залы (киңлеге 13 м, бейеклеге 8 м тиклем) урынлашҡан, унан вертикаль стена м‑н бөткән көнбайыш йүнәлешле коридор (оҙонлоғо 70 м, киңлеге 10 м, бейеклеге яҡынса 2 м) күтәрелә. Вестибюль залының төньяҡ‑көнсығыш стенаһында Рәсемдәр залына (киңлеге 30 м, бейеклеге 20 м) юл бар. Рәсемдәр залы көнсығыш стенаһының урта өлөшөндәге ярыҡтан башланған 3‑сө ярус төньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле каньонға оҡшаш галереянан (оҙонлоғо 60 м, киңлеге 6—10 м, бейеклеге 17 м) ғибәрәт. Галерея Акустика (киңлеге 10 м, бейеклеге 10 м), Овал (киңлеге 15 м, бейеклеге 4 м), Ҡорам (киңлеге 18 м, бейеклеге 15 м), Үрге (киңлеге 10 м, бейеклеге 15 м) залдарға күсә. Үрге залдан төньяҡҡа ҡарай ауыш Бриллиант залы (киңлеге 8—14 м, бейеклеге 10—15 м) ята, унан сыҡҡан юлдар Күл юлына (оҙонлоғо 30 м, киңлеге 2—4 м, бейеклеге 1—2 м) һәм Яңы бүлек залдарына (оҙонлоғо 25 м, киңлеге 3—3,5 м, бейеклеге 1—4 м) илтә. Күл юлы буйлап гурҙар каскады булған шишмә аға, Оло Үргекүл (оҙонлоғо 60 м, киңлеге 12 м тиклем, тәрәнлеге 2,5 м тиклем) бар. Яңы бүлек Йәйғор залынан (киңлеге 20 м тиклем, бейеклеге 20 м) тора, уға кальцит һарҡымдары булған Дәрүиш (киңлеге 5 м, бейеклеге 20 м), көпшә һымаҡ сталактиттар (оҙонлоғо 20—30 см) булған Сталактит (киңлеге 10 м, бейеклеге яҡынса 6 м) һәм Гәлсәр (киңлеге 10 м, бейеклеге яҡынса 6 м) залдары һәм кальцит гурҙары булған шишмә ҡушыла. Сталактит залынан мәмерйәнең аҫҡы ярусына: Упҡын (киңлеге 80 м, бейеклеге 20 м), Сифон арты (киңлеге 10—15 м, бейеклеге 8 м тиклем) һәм Алыҫ (киңлеге 25 м, бейеклеге 10 м) залдарға алып барыусы Оло Алыҫ ҡойо (киңлеге 10 м тиклем, тәрәнлеге 30 м) м‑н тоташҡан галерея китә. Алыҫ зал артында бер өлөшөн һыу баҫҡан юл (оҙонлоғо 425 м) урынлашҡан. Аҫҡы ярус буйлап Шүлгән й. аға. Мәмерйәлә т‑ра 6—7°С. Урта яруста күгәрсендәр һәм һыу турғайҙары, өҫкөһөндә ярғанаттар йәшәй. Таш быуатта мәмерйә тәбиғи ышыҡ урын һәм ғибәҙәтхана (ҡара: Шүлгәнташ) булараҡ файҙаланылған, Рәсемдәр, Тамғалар залдарында ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр табылған. Ш. туризм объекты булып тора.

Әҙәб.: Вахрушев Г.В. Загадки Каповой пещеры (Шульган). Уфа, 1960; Кудряшов И.К. Путеводитель по Каповой пещере. Уфа, 1969; Ляхницкий Ю.С. Шульган‑таш. Уфа, 2002.

Ю.В.Соколов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.12.2022