Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАДОМЦЕВТАР

Просмотров: 1533

КАДОМЦЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Шувалко Кадомец, Өфө янындағы Богородский а. нигеҙ һалыусы һәм уның старостаһы (17 б. башы). Уның вариҫтарынан киң билдәлеләре: Самуил Евменьевич К. (1854, Златоуст ҡ. — 1942, Өфө), 19 б. аҙ. — 20 б. башында Өфө губерна казначействоһы чиновнигы. Үҙ йортонда сәйәси һөргөндәгеләрҙе, 1900 й. В.И.Ленинды һәм Н.К.Крупскаяны ҡабул итә. Уның балалары: Инна Самуиловна К. (Иванова) (1879, Златоуст ҡ. — 1919, Екатеринослав губ. Павлоград ҡ. янында), рев‑ция хәрәкәте эшмәкәре. 1898 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан фельдшер-акушерлыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң (1896) Златоуст ҡ., 1900 йй. Өфөлә акушерка булып эшләй. Марксистик әҙәбиәт таратыуҙа ҡатнаша; Эразм Самуилович К. (24.2.1881, Бөрө ҡ. — 6.3.1965, Мәскәү) рев‑ция хәрәкәте эшмәкәре. 1901 й. башлап РСДРП ағзаһы. 1904—05 йй. рус-япон һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Неплюев кадет корпусын (Ырымбур, 1898), Павловск хәрби уч‑щеһын (С.‑Петербург, 1901) тамамлаған. 1901—04 йй. рус армияһында, 1918—20 йй. Ҡыҙыл Армияла. Революция (190507) ваҡытында РСДРП‑ның Урал хәрби ойошмаһы етәкселәренең береһе. 1908 й. алып һөргөндә, 1909—14 йй. эмиграцияла була. 1917—18 йй. Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмаларының Өфө губерна штабы начальнигы. 1919 й. башлап Төркөстан армияһы штабының махсус бүлеге нач., РККА‑ның Көнсығыш фронты штабының разведка бүлеге сәйәси комиссары. 1920 й. алып Республиканың Эске һаҡ ғәскәрҙәренең Урал буйы секторы нач., 1922 й. июль—дек. Республиканың Баш сәйәси идаралығы ғәскәрҙәре начальнигы. 1923 й. алып Үҙәк дәүләт кинофотопредприятиеһы (Госкино) дир., 1924—27 йй. “Автопромторг” АЙ рәйесе. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән; Иван Самуилович К. (4.12.1884, Өфө — 14.1.1918, шунда уҡ), рев‑ция хәрәкәте эшмәкәре. 1902 й. башлап РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1905—07 йй. рев‑ция осоронда РСДРП‑ның Өфө хәрби дружинаһы ағзаһы. 1908 й. башлап эмиграцияла. Революция (1917) осоронда Мәскәү Кремлен штурмлауҙа (1917 й. нояб.) ҡатнаша. 1918 й. ғин. Өфө губ. хеҙмәт б‑са халыҡ комиссары; Михаил Самуилович К. (8.11.1886, Өфө — 3.6.1918, Һамар ҡ. янында), рев‑ция хәрәкәте эшмәкәре. 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Революцион агитация алып барғаны өсөн Сембер кадет корпусынан сығарыла (1905). 1905—07 йй. рев‑ция ваҡытында РСДРП‑ның Урал һәм Өфө хәрби ойошмалары етәксеһе. 1906 й. төрмәгә ябыла һәм һөргөнгә ебәрелә. 1917—1918 йй. Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары ком.; Николай Самуилович К. (1894, Өфө — ?), Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1914—17 йй. рус армияһында, кесе унтер-офицер (1916). 1917 й. дек. алып Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмаларының Өфө губерна штабында хат ташыусы. Өфөнө Халыҡ армияһы һәм Чехословак айырым корпусы баҫып алғандан һуң (1918 й. июле) Өфө төрмәһендә тотола. Окт. азат ителә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Благовещен, Златоуст, Өфө, Яңы Куйбышев һ.б. ҡалаларҙағы урамдарға бер туған К. исеме бирелгән.

Әҫәрҙ.: Кадомцев Э.С. Воспоминания о молодости. М., 1937.

Әҙәб.: Хвостов Л.А. Братья Кадомцевы. Уфа, 1970; Кашиц В.А. “Смело, товарищи…": док. повесть о семье Кадомцевых. М., 1976.

Е.П.Асабин, Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019