ҠОТЛОБАЕВТАР
ҠОТЛОБАЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Ырымбур губ. Бөрө өйәҙе Йәлдәк улусы Кәмил а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Зөбәйер Ҡ., 1823— 35 йй. 10‑сы башҡ. кантоны башлығы; уның улдары Ноғман Зөбәйер улы Ҡ. (1809, Кәмил а. — ?), хорунжий. 1816 й. алып хәрби хеҙмәттә була, 10‑сы башҡ. кантонында хеҙмәт итә, 1837—46 йй. кантон башлығы ярҙамсыһы. 1832 й. Ырымбур ҡ. хеҙмәт итә; Раян Зөбәйер улы Ҡ. (1815 — ?), хорунжий (1841). 1839— 42 йй. 10‑сы башҡ. кантоны башлығы. Зөбәйер Ҡ. ейәне Мостафа Уйылдан улы Ҡ. (Өфө губ. Бөрө өйәҙе Йәлдәк улусы Кәмил а.), ер биләүсе, урман сәнәғәтсеһе. Ырым‑ бур губерна канцелярияһында секретарь булып хеҙмәт итә. Ырымбур губернаһында 3 мең дисәтинәнән ашыу ер биләй, шуның 1,8 мең дисәтинәһе — Бөрө өйәҙендә, 0,5 меңе — Бәләбәй өйәҙендә, 0,8 меңе Өфө өйәҙендә була. Уның улдары: Мортаза Мостафа улы Ҡ. (1873—?), 1895 й. башлап Мәскәү ун‑тында уҡыған, 1908 й. — Минзәлә өйәҙендә, 1917 й. Бәләбәй ҡ. Юстиция министрлығында суд тәфтишсеһе; Искәндәр Мостафа улы Ҡ. (?—1910), Ҡазан ун‑тын тамамлаған, 1906— 08 йй. “Тауыш” гәз. мөхәррире һәм нәшерсеһе. Ҡ. нәҫеле 19 б. 1‑се ярт. Ырымбур губ. дворян нәҫел тарихы китабына теркәлгән.
А.Й.Ильясова
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев