Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САУҘАГӘРҘӘР

Просмотров: 953

САУҘАГӘРҘӘР, башлыса сауҙа өлкәһендә эшҡыуарлыҡ м‑н шөғөлләнгән соц. ҡатлам. С. барлыҡҡа килеүе һәм ойошоуы ҡалалар һәм өлкә‑ара эске сауҙа үҫешенә бәйле. Рәсәйҙә 10 б. алып билдәле, 1775 й. Манифест һәм 1785 й. Ҡалаларға жалованный грамота м‑н закон йәһәтенән нығытылған, шәхси һәм хужалыҡ итеү өҫтөнлөктәренән (йән башына һалымдан, рекрут йөкләмәһенән һәм тән язаһынан азат ителеү) файҙаланған, ҡаҙнаға һалым түләргә бурыслы ҡаланың сауҙа һәм сәнәғәт ҡатламы. 18 б. башына тиклем С. “ҡунаҡтар” берлегенә, буҫтау һәм ҡунаҡ сотняларының сауҙа кешеләренә, 18 б. 20‑се йй. алып гильдияларға (мөлкәт цензы б‑са) берләшкән. Крепостной хоҡуҡ бөтөрөлгәндән һуң, С. буржуазияның бер өлөшө булып киткән. Тәүге Рәсәй С. Башҡортостанда 16 б. өсөнсө сирегендә күренә башлай. 18 б. 2‑се ярт. Ырымбурға (ҡара: “Ырымбур ҡалаһына өҫтөнлөк”) һәм Ырымбур сик һыҙығының башҡа ҡалаларына сауҙа өҫтөнлөктәре бирелгәс, улар иҫәбе күбәйә. Башҡортостанда электән үк сауҙа Рәсәй, Азия (Бохара һәм Хиуа), ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙ сауҙагәрҙәре йоғонтоһонда булып, капиталдың сит тарафтарға ағыуына килтергән. Сит ил сауҙагәрҙәре м‑н сауҙа итеүҙә Ырымбур алыш‑биреш йорто һәм Троицк алыш‑биреш йорто ҙур әһәмиәткә эйә булған, унда тауарҙар алмашҡандан һуң, каруандар Азияға (ҡара: Каруан сауҙа юлдары) юлланған. Башҡортостанда С. ҡатламы башлыса крәҫтиәндәр (урындағы һ.б. губерналарҙыҡы), мещандар һәм ситтән килгән сауҙагәрҙәр, һирәкләп дворяндар, казактар, отставкалағы һалдаттарҙан формалашҡан. Өфө сауҙагәрҙәре Манаевтар, Палатиндар, Почтевтар, Строгановтар, Стукалкиндар, Чижовтар һ.б. крәҫтиәндәр араһынан сыҡҡан. 19 б. аҙ. эре сауҙагәр нәҫелдәре: Блохиндар, Гәрәевтәр, Деевтар, Зарывновтар, Йәһүҙиндәр, Подвинцевтар, Подьячевтар, Рәмиевтәр, Тарасовтар, Үтәмешевтәр, Яуышевтар һ.б. Сауҙагәрҙәрҙән мануфактура, туҡыма, тире һ.б. м‑н Ырымбур ҡ. — Х.Т.Тенишев, Ә.М.Хөсәйенов (ҡара: Хөсәйеновтар); Орск ҡ. — А.Ш.Бурнаев; Өфөлә — С.С.Ғөбәйҙуллин, М.Ә.Хәкимов (ҡара: Хәкимовтар); Стәрлетамаҡ ҡ. К.Баязитов, Г.Усманов һ.б. шөғөлләнгән. 1865 й. С. ҡатламына Өфө губ. — 4167 кеше, Ырымбур губ. 4436 кеше ингән. Урындағы С. капиталы бөтә Уралдағы С. капиталының 28%‑ын тәшкил иткән. 19 б. аҙ. Ырымбур губ. — 1745, Өфө губ. 2059 сауҙа йорто иҫәпләнгән. А.Кинипеев, Рафиҡовтар, Рәхимовтар, Рәхмәтуллиндар, Ураевтар, М.Фәйзуллин һ.б. эре сауҙа йорттары тотҡан. С. ҡатламы сәйәси, дини һәм мәҙәни тормошта ҙур урын тотҡан: улар араһынан ҡала үҙидараһы органдары башлыҡтары (1785 й. алып), ҡала башлыҡтары (1824 й. алып) һайланған, ҡала башҡармалары ойошторолған (1870 й. алып) һ.б. Сауҙагәрҙәр ҡала сауҙа йәмғиәттәренә берләшкән. 20 б. башында Өфө губ. Бөрө һәм Өфө сауҙагәрҙәр йәмғиәте булып, уларҙың төп эшмәкәрлеге хәйриәгә ҡайтып ҡалған. Бөтә Рәсәй ҮБК һәм ХКС‑тың 1917 й. 10 нояб. “Ҡатламдарҙы һәм гражданлыҡ чиндарын бөтөрөү тураһында”ғы декретҡа ярашлы, С. ҡатлам статусынан мәхрүм ителә.

Әҙәб.: С а м о р о д о в Д.П. Утверждение капитализма в торговле дореволюционной Башкирии. Вторая половина XIX — XX вв. Стерлитамак, 1999.

О.С.Павлова, Д.П.Самородов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: