Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕР ЭШКӘРТЕҮ ҠОРАЛДАРЫ

Просмотров: 1987

ЕР ЭШКӘРТЕҮ ҠОРАЛДАРЫ. Башҡорттар, ғәҙәттә, ер эшкәртеү һәм уңыш йыйыу өсөн ҡул (кәтмән, көрәк, тырма, салғы, ураҡ һ.б.) һәм ат егеүле (һабан, һуҡа, тырма һ.б.) эш ҡоралдары ҡулланған. Һабан төп һөрөү ҡоралы булған, йыш ҡына алғы яҡтан ике тәгәрмәс ҡуйып, уға 3—6 (ҡайһы саҡта 8‑гә тиклем) ат еккәндәр. Ауыр һәм еңел һабандар, төрлө һуҡалар булған. Һабан алғы яғына киң тимер төрән (дөрән), унан юғарыраҡ ҡыялатып ағас кәҫтаҡта (ҡанат, таҡта, шабала) беркетелгән һабанбаштан торған. Һабанбаш тәгәрмәсле һабандың алғы яғы м‑н бысаҡҡа оҡшаш шырт ҡуйылған уҡ (уҡлау) ярҙамында тоташтырылған. Башҡортостандың көньяҡ һәм көньяҡкөнбайыш р‑ндарында — татар һабаны, Урал аръяғында “ике атлы” йәки “себер һуҡаһы”, ике төрәнле һабандар киң таралған. Һабан һәм һуҡа элементтарын берләштергән һөрөү ҡоралдары — урман-дала һәм дала р‑ндарында киң тимер төрәнле һәм кәҫтаҡталы, оҙон шыртлы һабандар, төньяҡ-көнбайыш р‑ндарҙа һөрөлгән ҡатламдың киңлеген һәм тәрәнлеген көйләү мөмкинлеген биреүсе ҡулланмалы кунгурка файҙаланылған. Һуҡалар нисә төрәнле булыуына (бер йәки ике төрәнле), формаһына һәм ҙурлығына (көрәкле, кәҫ өсөн ҡулайламаһы булған, ҡаҙыҡлы), ҡатламды әйләндереп һалыусы ҡулланманың төҙөлөшөнә (әйләндереүсе көрәк, кәҫтаҡта), көс һалыу үҙәгенең урынлашыуы һәм һабанбаштың тәртәләр м‑н беркетелеүе ысулына (төпсөклө, рогалюхалар) ҡарап айырып йөрөтөлгән. 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында тимер һабан бөтә ерҙә лә төп һөрөү ҡоралы булып китә (ул тәүҙә дала р‑ндарында таралған була). Тупраҡты өҫтән йомшартыу (ҡара: Тырматыу) һәм орлоҡто күмеү өсөн тырмалар файҙаланылған. Башҡортостандың урман р‑ндарында ботаҡтары алға ҡарай йүнәлтелгән ҡармаҡ кеүек ботаҡлы тырма таралған. Бөтә ерҙә лә ағас тырма ҡулланылған, ул ике арҡыры ағас м‑н беркетелгән 20—25 тешле 4 йәки 5 бурсанан торған. Ике ҡат итеп арҡыры-буй һайғауҙар бәйләнгән урынға тал сыбыҡтар м‑н ағас тештәр бәйләп эшләнгән бик ябай тырмалар ҙа булған. 19 б. аҙ. тимер тешле тырмалар таралыу ала. Ғәҙәттә, ҡулдан сәскәндәр, орлоҡ һалыу өсөн туҙҙан, ҡабыҡтан, йүкәнән яһалған кәрзиндәр һәм тубалдар ҡулланғандар. Уңышты тешле ураҡ, һирәгерәк кәкре йәки тырмалы салғы м‑н йыйғандар. Игенде башлыса ырҙында түшәлгән көлтәләр өҫтөнән дағаланмаған аттарҙы түңәрәк буйлап йөрөтөп (баҫы баҫтырыу) һуҡҡандар. Шулай уҡ ағас сыбағастар ярҙамында ҡулдан (сыбағас һуғыу), һирәгерәк таш катоктар (ырҙын ташы) м‑н һуҡҡандар. Таш йәки ағас ҡул тирмәндәрендә тартҡандар, ш. уҡ киле ҡулланғандар. Бәләкәй тирмәндәр (ағас көрәкле туғынға улаҡ б‑са төшкән һыу ағымы ярҙамында эшләгән) һәм ҙур һыу тирмәндәре киң таралған. Бындай Е.э.ҡ. Башҡортостанда йәшәгән мари, татар, удмурт, урыҫ, сыуаш һ.б. халыҡтар араһында таралған булған.

Әҙәб.: Бежкович А.С. Этнические особенности земледелия у народов Башкирии (XIX — начало XX в.) //Археология и этнография Башкирии. Т.5, Уфа, 1973; Мурзабулатов М.В. Техника земледелия у зауральских башкир //Культура и быт башкир. Уфа, 1978; Бикбулатов Н.В. Пахотные орудия башкир в XIX — начале XX в. //Хозяйство и культура башкир в XIX — начале XX в. М., 1979.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.01.2020
Связанные статьи: