Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕР ӨЙ

Просмотров: 1194

ЕР ӨЙ, 2 йәки 1 яҡлы (бер аҙ ауынҡы) ҡыйығы булған тура мөйөшлө ергә ҡаҙып эшләнгән торлаҡ. Көньяҡ Уралда Е.ө. таш быуатта барлыҡҡа килгән. Неолит осоронда — 2 яҡлы ҡыйығы булған тура мөйөшлө бүрәнә ярым Е.ө. (тәрәнлеге 0,5 м; Мауыҙҙы, Сауыҙ торалары), энеолитта таш плита стеналы Е.ө. (Морат), бағана конструкциялы Е.ө. һәм ярым Е.ө. (Суртанды торалары), күп камералы (аралыҡтар м‑н тоташҡан айырым бүлмәләр) 2 яҡлы ҡыйығы булған бүрәнә ярым Е.ө. (тәрәнлеге 1 м тиклем; Кәкрекүл торамаһы, Сауыҙ торалары) төҙөгәндәр. Бронза быуатында Алакүл мәҙәниәте халҡы — 1 йәки 2 яҡлы ҡыйығы булған 2 камералы тура мөйөшлө ярым Е.ө. (тәрәнлеге 0,6—1,3 м; Таналыҡ), Бура мәҙәниәте — 1 йәки 2 яҡлы ҡыйығы булған бүрәнә Е.ө. йәки ярым Е.ө. (тәрәнлеге 0,5 м тиклем; Береговка археологик микрорайоны, Йомаҡ торамалары), Межа мәҙәниәте халҡы 2 яҡлы ҡыйығы булған ҙур тура мөйөшлө ярым Е.ө. (тәрәнлеге 0,5 м; Төбәк, Йүкәлекүл торамаһы) һалған. Ярым Е.ө. ш. уҡ Сарғары мәҙәниәте, Фёдоровка мәҙәниәте һәм Черкаскүл мәҙәниәте (квадрат йәки тура мөйөшлө бүрәнә), Ҡазан эргәһе мәҙәниәте (тура мөйөшлө, күп камералы) өсөн хас булған. Тимер быуатта Е.ө. тибындағы ҡоролмалар Горохов мәҙәниәте (4 яҡлы ҡыйығы булған бағана конструкциялы күп камералы ярым Е.ө., торлаҡ һәм хужалыҡ майҙандары оҙон аралыҡтар м‑н тоташтырылған), Бахмут мәҙәниәте һәм Турбаҫлы мәҙәниәте (1 йәки 2 яҡлы ҡыйығы булған 1 м тиклем тәрәнлектәге тура мөйөшлө бүрәнә ярым Е.ө.), Сейәлек мәҙәниәте (уртаһында усаҡтары булған тура мөйөшлө ярым Е.ө.) халҡына билдәле булған.

Башҡорттар Е.ө., ғәҙәттә, хужалыҡ ҡаралтылары сифатында (аҙыҡ-түлек һаҡлау, яңы тыуған быҙау, бәрәстәрҙе тотоу һ.б. өсөн), һирәгерәк мунса һәм торлаҡ итеп файҙаланған. Ҡайын, ҡарағай, уҫаҡ төп төҙөлөш материалы булған. Ҡыйыҡты һайғауҙан, таҡтанан, ҡабыҡтан эшләгәндәр, тупраҡ һалғандар. Ишеге бер яҡ осонда урынлашҡан, ишек ҡыҫаны ш. уҡ ҡыйыҡҡа таяу булып хеҙмәт иткән. Е.ө. стеналарын таҡта, ҡабыҡ киҫәктәре, ситән, таш м‑н нығытҡандар, ҡыйығын ер өҫтөндә 2—3 рәткә һалынған бүрәнәләргә ҡуйғандар. Ишек эргәһендә йәки уртала аш‑һыу әҙерләү өсөн усаҡ, ишеккә ҡаршы йәки ҡабырға стеналар буйлатып таҡта урындыҡтар һалынған. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында һәм таулы райондарында буранан эшләнгән Е.ө. осраған. Бындай ҡаралтылар Башҡортостанда йәшәгән мари, мордва, урыҫ, татар, сыуаштар һ.б. халыҡтар араһында булған.

Әҙәб.: Круковский М.А. Южный Урал: путевые очерки. М., 1909; Шитова С.Н. Постройки типа землянок у башкир //Культура и быт башкир. Уфа, 1978; Поселения и жилища древних племён Южного Урала: сб. науч. тр. Уфа, 1983.

М.Ф.Обыдённов, С.Н.Шитова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019