Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАШ КОНСТРУКЦИЯЛАР

Просмотров: 915

ТАШ КОНСТРУКЦИЯЛАР, биналарҙың һәм ҡоролмаларҙың эретмә файҙаланып таштан һалынған төҙөлөш конструкциялары (биналарҙың эске һәм тышҡы стеналары, фундаменттар, терәк стеналар, колонналар, тоташтырғыстар һ.б.). Бинаның (ҡоролманың) төҙөлөш схемаһына бәйле терәк (үҙенең, ҡаплауҙарҙың, түшәмдәрҙең ауырлығын, түшәмдәргә һалынған йөктәрҙе тота) һәм үҙен тотҡан (стеналарҙың үҙ ауырлығын һәм ел баҫымын тота) Т.к. айырыла. Т.к. өсөн ваҡ үлсәмле стена материалдары (яһалма һәм тәбиғи) — керамик һәм силикат кирбес, керамик һәм бетон таштар, блоктар (тотош йәки ҡыуыш эсле), ауыр һәм еңел тау тоҡомдары ташы (ҡабырсаҡташ, ҡомташ, эзбизташ һ.б.), силикат һәм ауыр бетондан, еңел (автоклав газлы һәм автоклав булмаған күбекле бетон) бетондан блоктар ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. алып ваҡ үлсәмле стена материалдарын “Башнефтезаводстрой”, “Башнефть”, “Башсельстройматериалы”, “Эре панелле йорттар төҙөү” һ.б. берекмәләрҙең кирбес з‑дтары һәм комб‑ттары етештерә. 1995 й. башлап респ. төҙөүселәре торлаҡ йорттарҙы һәм граждандар биналарын тышҡы стеналарҙың йылы үткәрмәгән өс ҡатлы [эске терәк (үҙен тотҡан) һәм тышҡы йөҙләнгән ҡаттары — ваҡ үлсәмле стена материалдарынан, урталағы ҡатламы — минераль мамыҡ, күбекләнгән полистирол плиталар кеүек эффектив йылытҡыстарҙан] конструкцияларын һалыу технологияһын файҙаланып төҙөй башлай.

В.В.Бабков, Ә.Ә.Шәймөхәмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: