КРАСНИКОВ Николай Олегович
КРАСНИКОВ Николай Олегович (4.2.1985, Шадринск ҡ.), спортсы. Боҙҙағы мотоуҙыштар буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2008). БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2023). Шадринск педагогия институтын тамамлаған (2007). Спорт‑техник клубы тәрбиәләнеүсеһе (Шадринск ҡ.; тренеры С.Н.Шутов), 2001—22 йй. Ҡадиров Ғ. исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге өсөн сығыш яһай (тренеры В.А.Белоногов). Шәхси ярыштарҙа донъя (2005—12), Европа (2016—17) һәм Рәсәй (2005, 2007, 2009—10, 2013, 2015—16) чемпионы, Рәсәй Кубоктарын яулаусы (2002—03), Европа (2002, 2013) һәм Рәсәй (2003, 2006, 2011—12) чемпионаттарының көмөш, донъя чемпионатының бронза (2004) призёры; командалар ярышында донъя (2004—13, 2015—16) һәм Рәсәй (2002, 2005—09, 2015, 2018, 2020) чемпионы. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2003—16). БР‑ҙың Мотоспорт федерацияһы президенты (2011—15). Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2004).
Н.А.Ермоленко