Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУЗНЕЦОВ Михаил Дмитриевич

Просмотров: 1011

КУЗНЕЦОВ Михаил Дмитриевич (8.5.1947, Силәбе өлкәһе Петропавловка а. — 14.2.2021, Өфө ҡ.), рәссам. БР‑ҙың атҡаҙанған рәссамы (2008). Рәссамдар союзы ағзаһы (1989). Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң (1969; педагогы К.П.Чаругин) Өфө ҡ. һәм Силәбе өлкәһенең төрлө учреждениелары һәм предприятиеларында рәссам, 1974—81 йй. 2‑се художество мәктәбенең уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире, 1983—89 йй. Башҡортостан ижади‑производство комбинаты (икеһе лә — Өфө ҡ.) рәссамы. Башлыса пейзаж жанрында эшләгән; ижадында 19 б. аҙағы – 20 б. башындағы урыҫ сәнғәте традицияларына таянған. К. тирә‑яҡтағы донъяны образлы-пластик кәүҙәләндереүҙең теүәллегенә өлгәшергә тырышҡан, был уның төҫтәрҙең хәл ителеше менән нескәртелгән лирик характерҙағы эштәрендә (“Өфө ситендә ял итеү”, 1973; “Ульяновскиҙағы бәләкәй йорт”, 1980) һәм юғары хис‑тойғолар, бай колорит менән айырылып торған әҫәрҙәрендә (“Ферапонтово. Ғибәҙәтхана ишеге”, 1980; “Ҡарағай”, 2004) күҙәтелә. Портреттар (“Рәмилә”, 1978), тематик композициялар (“Әсә иҫтәлегенә. 1956 йыл”, 1988; “Барда ташыусы”, 1995 һ.б.), этнографик һүрәттәр (акварель, тушь; ҡара: Графика) ижад иткән. “Инйәр” (1991; ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре) ижади төркөмө ағзаһы. 1973 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан. Дүртөйлө, Нефтекама, Салауат, Өфө ҡҡ. (1979 й. алып) 10‑дан ашыу шәхси күргәҙмәһе үткән. Эштәре БДХМ, һынлы сәнғәт галереялары коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.10.2021