Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШМОРАТ Риза Фәхретдин улы

Просмотров: 853

ИШМОРАТ (Ишморатов) Риза Фәхретдин улы (19.10.1903, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Бәҙрәш а. — 29.10.1995, Ҡазан), драматург. РСФСР‑ҙың (1983) һәм ТАССР‑ҙың (1953) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Ғосмания” мәҙрәсәһендә (1916—18), пед. курстарында (Өфө, 1920) уҡыған, Ленинград сәнғәт тарихы ин‑ты эргәһендәге Cәнғәт ғилеме б‑са юғары курстарҙы тамамлаған (1930). 20‑се йй. эске ғәскәрҙәрҙең Өфө сәйәси бүлеге хеҙм‑ре. 1931—40 йй. Ғ.Камал ис. татар театрында режиссёрҙар коллегияһы етәксеһе, ҡуйыусы режиссёр һәм әҙәбиәт бүлеге мөдире, ТАССР ХКС‑ы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре б‑са идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары (Ҡазан). “Данлы осор”, “Үлмәҫ йыр”, “И, мөҡәддәс моңло сазым” (бөтәһе лә — татар телендә) пьесалары авторы. И. Башҡортостандағы ғүмер йылдары “Тормош һуҡмаҡтары” (1987; татар телендә) хәтирәләр китабында сағылыш тапҡан. Башҡорт драма театрында И. әҫәрҙәре б‑са “Яҡын дуҫ”, “Ҡайтыу”, “Дауылға табан” һ.б. спектаклдәр ҡуйыла. 2‑се дәр. Ватан һуғышы (1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), “Почёт Билдәһе” (1957, 1963) орд. м‑н бүләкләнгән.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: