Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАНТОРОВИЧ Владимир Яковлевич

Просмотров: 955

КАНТОРОВИЧ Владимир Яковлевич (2.4.1901, Петербург — 27.6.1977, Мәскәү), яҙыусы. “Сахалин очерктары” (“Сахалинские очерки”; 1932), “Ҙур шанс” (“Большой шанс”; 1934), “Чародин юлы” (“Чародинская дорога”; 1935), “Көс сығанағы” (“Источник силы”; 1958) китаптары һ.б. авторы. 1935 й. һәм 1965 й. Башҡортостанға килә: Өфө, Ишембай, Баймаҡ һ.б. ҡалаларҙа, Бөрйән р‑нында була. Һ.Л.Дәүләтшина, Б.Ишемғол, А.М.Таһиров, Д.Юлтый һ.б. башҡ. яҙыусылары м‑н осраша, башҡ. әҙәбиәтен һәм фольклорын өйрәнә. 1936 й. СССР Яҙыусылар союзының 3‑сө пленумында ҡатнаша, унда башҡ. әҙәбиәте үҫеше мәсьәләләре тикшерелә; үҙәк матбуғатта “Башҡорт әҙәбиәте тәнҡите тураһында” (“О критике башкирской литературы”) мәҡәләһе м‑н сығыш яһай. Башҡортостанға килеү тәьҫораттары “Башҡорт хикәйәләре” [“Башкирские рассказы”; 1936; яңы редакцияла “Бөрйән хикәйәләре” (“Бурзянские рассказы”); 1958] циклында яҡтыртылған, “Вәлимә баш мәҡәлә яҙа” (“Валима пишет передовую”), “Рәхмәтуллин яңы фатирҙа уяна” (“Рахматуллин просыпается в новой квартире”), “Кәфиәне оло ҡайғы баҫа” (“Кафию постигает великое горе”), “Зарипов иртәһен насар үткәрә” (“Зарипов проводит скверное утро”) һ.б. очерктарында башҡорттар тормошондағы соц. үҙгәрештәр, уларҙың рухи яҡтан яңырыуы күрһәтелгән.

Әҫәрҙ.: Источник силы: очерки и рассказы. М., 1958.

Әҙәб.: Рахимкулов М.Г. Цветущий край, благословленный. Уфа, 1979.

М.Ғ.Рәхимҡолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: