Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘРИМОВ Илгиз Мостафа улы

Просмотров: 1153

КӘРИМОВ Илгиз Мостафа улы (10.1.1942, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Келәш а. — 14.3.2019, Мәскәү, Мытищи ҡ. мосолман зыяратында ерләнгән), тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1982). М.Кәримдең улы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1967) Мәскәүҙә: 1977 й. тиклем (өҙөклөк м‑н) “Литературная Россия” (“Әҙәби Рәсәй”, 1974 й. алып бүлек мөдире) гәз., 1972 й. башлап СССР МС‑ының ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑ты хеҙм‑ре, 1973 й. “Молодой коммунист” (“Йәш коммунист”) ж. бүлек мөдире, 1977—2005 йй. “Оракул” ж. хеҙм‑ре. М.Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” (1977), “Ауыл адвокаттары” (1989), “Ғүмер миҙгелдәре” (2004) һ.б. әҫәрҙәрен; Ә.Хәкимдең “Думбыра сыңы” (1988) романын, Т.Таһировтың “Буранлы көндәр” (1987) китабына ингән повестарын һәм хикәйәләрен, ш. уҡ балҡар, татар, сыуаш һ.б. яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: