Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИНЙӘБУЛАТОВА Кәтибә Кәрим ҡыҙы

Просмотров: 1460

КИНЙӘБУЛАТОВА Кәтибә Кәрим ҡыҙы [15.9.1920, АСБР‑ҙың Арғаяш кантоны Мәүлит а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 17.6.2012, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], шағирә. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1980). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1956). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1944), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1962) тамамлаған. 1941 й. алып Силәбе өлк. мәктәптәрендә эшләй; 1953—60 йй. “Әҙәби Башҡортостан” (ҡара: “Ағиҙел”) ж. әҙәби хеҙм‑ре, 1967—75 йй. “Башҡортостан ҡыҙы” ж. баш мөхәррире. “Тәүге сәскәләр” исемле тәүге китабы 1954 й. сыға. Шиғриәтенә нескә лиризм, образдар яңылығы хас. “Йондоҙҙар бейей” (1969), “Әсә һулышы” (1980), “Аҫылташтар илендә” (2000) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. “Төпкөлгә сәйәхәт” (1990) китабына ингән повестарында Б.В. һуғышы йылдарындағы балаларҙың ауыр тормошо һүрәтләнгән. “Айгүзәлдең алтын асҡысы” (1970), “Барыһы ла тыуған еремдә” (1982), “Ысынмы был, әкиәтме?...” (1988) һ.б. шиғри йыйынтыҡтары балалар өсөн яҙылған. Зөлфиә, А.Мицкевич, А.С.Пушкин һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. Һ.Дәүләтшина ис. пр. лауреаты (2011). Почёт орд. м‑н бүләкләнгән (1991). Тыуған ауылындағы мәктәп бинаһына К. арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1970; Әйләнһәмсе һайрар ҡошҡа: шиғырҙар, балладалар, поэмалар. Өфө, 2005; Ветерандар: шиғырҙар, хикәйәләр. Өфө, 2010; Травинка: стихи и поэма. М., 1965.

Әҙәб.: Хөсәйенов Ғ. Шағирҙәр: әҙәби портреттәр. Өфө, 1981.

Ғ.Б.Хөсәйенов, Я.М.Шәмсетдинов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: