Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОРОЛЕНКО Владимир Галактионович

Просмотров: 1076

КОРОЛЕНКО Владимир Галактионович (15.7.1853, Житомир ҡ. — 25.12.1921, Полтава ҡ.), яҙыусы, публицист. Петербург ФА‑ның (1900—02) һәм РФА‑ның (1918) почётлы академигы. “Һуҡыр музыкант” (“Слепой музыкант”; 1886), “Телһеҙ” (“Без языка”; 1895) повестары, “Йылға уйнай” (“Река играет”; 1891), “Ғәжәп” (“Чудная”; 1905) хикәйәләре, “Ҡырымда” (“В Крыму”; 1907), “Беҙҙекеләр Дунайҙа” (“Наши на Дунае”; 1909) очерктары авторы. Е.И.Пугачёв һәм уның көрәштәштәре т‑да яҙырға уйлаған тарихи‑художестволы “Ҡасҡын батша” (“Набеглый царь”) повесы өсөн материал йыйыу маҡсаты м‑н 1891 й. Өфөгә килә: И.Н.Зарубин лагеры урынлашҡан ергә бара, Салауат Юлаев т‑дағы документтарҙы һәм фольклор әҫәрҙәрен өйрәнә. Повесть яҙылмай, йыйылған материалдарҙы К. “Уралда Пугачёв легендаһы” (“Пугачёвская легенда на Урале”) очеркын яҙғанда файҙалана. К. әҫәрҙәре башҡ. теленә Ф.Ә.Иҫәнғолов, М.Марат, Т.Морат тарафынан тәржемә ителгән.

 Әҙәб.: Евстратов Н.Г. “Набеглый царь” В.Г.Короленко //Под знамёнами Пугачёва. Челябинск, 1973.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: