Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘХНӘЛӘШТЕРЕЛГӘН ӘҪӘР

Просмотров: 1012

СӘХНӘЛӘШТЕРЕЛГӘН ӘҪӘР, театр постановкаһы өсөн автор йәки башҡа кеше тарафынан үҙгәртелгән проза йәки поэзия әҫәре. С.ә. оригиналдан ныҡ айырылһа, ул ошо әҫәр мотивы б‑са яҙылған үҙ аллы пьеса булып һанала. Башҡ. театр сәнғәтендә Ш.Бабичтың “Ғазазил” поэмаһы б‑са яҙылған ш. уҡ ис. спектакль тәүге С.ә. тип иҫәпләнә (1917; реж. В.Мортазин‑Иманский, “Ширҡәт” труппаһы). Был осорҙа ш. уҡ агитация характерындағы баҫма материалдарҙан С.ә. яҙыла. 20‑се йй. уртаһынан тәүге сығанаҡты идея‑художество йәһәтенән аңлатыу С.ә. төп бурысы була. Театрҙарҙың репертуарында совет яҙыусыларының ҙур әҫәрҙәренең, башлыса, романдарҙың С.ә. барлыҡҡа килә: Д.А.Фурмановтың “Чапаев”, М.А.Шолоховтың “Күтәрелгән сиҙәм” (“Поднятая целина”), Н.А.Островскийҙың “Ҡорос нисек сыныҡты” (“Как закалялась сталь”), Н.А.Крашенинниковтың “Боҙватҡыс” (“Ледолом”) әҫәрҙәре. 1938 й. Ғ.Әмири м‑н В.Ғ.Ғәлимов М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесын тарихи‑революцион пьеса булараҡ сәхнәләштерә: персонаждар араһында эшсе‑революционерҙар була. 40—80‑се йй. патриотик темаға, ш. иҫ. Бөйөк Ватан һуғышына, арналған С.ә. ижад ителә: Ғәлимов тарафынан А.А.Фадеевтың “Йәш гвардия” (“Молодая гвардия”) романы б‑са “Батырҙар”, Д.Исламовтың “Йомарт ер” романы б‑са “Ҡуштирәк”, А.Малецтың “Тәре һәм уҡ” (“Крест и стрела”) романы б‑са “Төнгө хәбәр”; Л.В.Вәлиев — С.Т.Айытматовтың “Әсә яланы” повесы б‑са “Әсә, Ер‑әсә” һәм “Хуш, Һарыгөл!” повесы б‑са ш. уҡ исемле; Р.В.Исрафилов — М.Кәримдең “Оҙон‑оҙаҡ бала саҡ” повесы б‑са “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..”, “Ярлыҡау” повесы б‑са ш. уҡ исемле, Т.Таһировтың “Ғәлиә” повесы б‑са ш. уҡ исемле спектаклдәр. 2000 йй. С.ә. хәҙ. заманда кешенең азатлығы һәм яңғыҙлығы темаларын сағылдыра: А.П.Чеховтың “Апалы‑һеңлеле өсәү” (“Три сестры”) пьесаһы мотивтары б‑са Л.‑М.Зайкаускастың “Апалы‑һеңлеле өсәү. Йылдар үткәс...” (татар телендә), К.Кизиҙың “Кәкүк ояһы” (“Пролетая над гнездом кукушки”) романы б‑са А.Ә.Абушахмановтың ш. уҡ исемле спектаклдәре. Башҡ. театрында С.ә. үҙенсәлекле формаһы фольклор‑этнографик пьесаларҙа, башлыса яңы күренештәр, картиналар, персонаждар индереп, шул дәүер образдарын яңыртып миф, легенда, йыр, әкиәт, эпос мотивтары б‑са яҙылған пьесаларҙа күрһәтелгән: М.А.Буранғоловтың “Ашҡаҙар” һәм “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, З.С.Вәлитовтың “Аҡъял батыр”, С.Р.Суринаның “Заятүләк менән Һыуһылыу”, З.А.Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт”, Х.Ғ.Ғәбитовтың “Ынйыҡай менән Юлдыҡай”, Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Урал батыр” һәм “Ҡара юрға” (“Чёрный иноходец”) һ.б.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: