ИҪӘНҒОЛОВ Афзалетдин Ғиззәтулла улы
ИҪӘНҒОЛОВ Афзалетдин Ғиззәтулла улы (14.9.1928, БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Йәлембәт а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) — 25.5.2004, Төмән), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1973). СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1972). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1951) “Башвостокнефтеразведка” тресында эшләй; 1957 й. алып Бөрө геол. эҙләнеүҙәр контораһының баш инженеры. 1963 й. алып “Тюменнефтегаз” берекмәһенең 3‑сө Шаим разведка быраулауы контораһы нач. урынбаҫары, дир., 1971 й. — “ЗапСиббурнефть” берекмәһенең Түбәнге Варта 2‑се быраулау эштәре идаралығы нач., 1977 й. — “Главтюменьгеология” идаралығының баш инженеры, нач. беренсе урынбаҫары, 1978 й. — “Урайнефтегаз” ПБ ген. дир. быраулау эштәре б‑са урынбаҫары, 1982—86 йй. Урай быраулау эштәре идаралығы (Урай ҡ.) начальнигы. СССР Дәүләт пр. лауреаты (1972). Ленин (1971, 1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.
Я.М.Шәмсетдинов
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина