ИШЕМБАЙ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ
ИШЕМБАЙ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, Ауырғазы, Ғафури, Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ р‑ндары, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ. ҡулланыусыларын, ш. иҫ. “Газпром нефтехим Салават”, “Каустик” пр‑тиеларын, “Синтез‑Каучук”, “Салаватстекло”, “Сода” ААЙ‑ларын электр энергияһы м‑н тәьмин итә. Оператив‑диспетчер хеҙмәте Ишембай ҡ., район диспетчер пункттары бөтә күрһәтелгән райондарҙа урынлашҡан. И.э.б.с. составына (2011) дөйөм билдәләнгән ҡеүәте 1165,6 МВ•А булған 35—500 кВ көсөргәнешле 54 электр подстанцияһы, 0,4—10 кВ (оҙонлоғо 7117 км) һәм 35—110 кВ (1952 км) көсөргәнешле электр энергияһы тапшырыу линиялары инә. Хеҙмәтләндереүҙең дөйөм күләме 40911 шартлы берәмек тәшкил итә.
1964 й. “Башкирэнерго”ның Салауат— Ишембай электр селтәрҙәре р‑ны (1953 й. нигеҙләнгән) һәм “Сельэнерго” селтәрҙәре базаһында Ишембай электр селтәрҙәре булараҡ нигеҙ һалына, 1992 й. алып “Башкирэнерго” филиалы, 2005 й. — “БашРЭС — Стәрлетамаҡ”тың (“Башкирэнерго” ААЙ‑ның “Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре” ЯСЙ бүлендек йәмғиәте филиалы) хәҙ. исемде йөрөткән структур бүлексәһе.
Ш.Ғ.Китабов
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина