Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАШ КҮМЕР

Просмотров: 1180

ТАШ КҮМЕР, үҫемлектәрҙән барлыҡҡа килгән ҡаты янар файҙалы ҡаҙылма. Ялтыр, ярым тоноҡ йәки тоноҡ йөҙлө ҡара һәм һоро‑ҡара төҫтәге тығыҙ тау тоҡомо булып тора. Ҡатлам һәм линзалар рәүешендә ята. Т.к. сәнәғәттә классификациялағанда уның төп технологик үҙенсәлектәрен (яныу йылылығы, осоусан матдәләрҙең сығышы, бешкәклеге һ.б.) билдәләгән күрһәткестәр ҡулланыла. Т.к. электр энергетикаһында, химия сәнәғәтендә һ.б. файҙаланыла. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында Кама күмер бассейнына ҡараған Т.к. ятыштары билдәле. Йәше — визе ярусы. Ятыш тәрәнлеге 900—1450 м, ҡалынлығы 28 м тиклем, ҡатламдар һаны 4—6. Яныу йылылығы 6700—7900 ккал/кг. Көллөлөгө 20—25%, көкөрт миҡдары 3—4%, бешкәклеге түбән.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.11.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: